Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Мәләүез районына сәфәре барышында һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн коррекция мәктәп-интернатында булды. Төбәк етәксеһе учреждениелағы шарттар менән танышты, хеҙмәткәрҙәрҙе һәм интернатта тәрбиәләнгән ҡыҙҙарҙы яҡынлашып килгән Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙар көнө менән ҡотланы.
– Һеҙгә күңел йылылығы һәм бәхет теләйем. Һеҙҙе тик яҡшы кешеләр генә солғап алһын, – тине Радий Хәбиров. – Ә республика артабан да һеҙҙең өсөн тейешле шарттар тыуҙырасаҡ. Әйткәндәй, быйыл һеҙҙең ауыл да үҙгәрәсәк, ул бәләкәй ҡалаларҙа һәм тарихи биләмәләрҙә уңайлы ҡала мөхите тыуҙырыу буйынса Бөтә Рәсәй конкурсында еңеп сыҡты. Воскресенскийҙың архитектура ҡомартҡыларын яңыртҡас һәм төҙөкләндереү үткәргәс, улар яңы биҙәктәр менән балҡып ултырасаҡ, һеҙҙең ауыл ысын мәғәнәһендә туристик Мәккәгә әйләнәсәк.
Директор Александр Сорокиндың һүҙҙәренә ҡарағанда, бындағы мәктәп-интернат 1952 йылдан алып эшләй. Әле бында республиканың 14 муниципалитетынан 130 бала йәшәй һәм уҡый. Дөйөм белем программаларынан тыш улар, шәхси һәләттәренә ҡарап, алты профиль буйынса хеҙмәт күнекмәләре ала: столяр һәм мебель эше, кейем тегеү, ауыл хужалығы эше, сәскә үҫтереү, умартасылыҡ, үҫемлекселек. Ә коррекция-һауыҡтырыу эшенең мөһим үҙенсәлеге – иппотерапия. Александр Сорокин билдәләүенсә, аттар менән аралашыу бында тәрбиәләнгән балаларҙың хәленә ыңғай йоғонто яһай.