Белем һәм тәрбиә
11 Март 2021, 17:45

Еңеүселәр араһында Башҡортостан студенттары ла бар!

“Рәсәй – мөмкинлектәр иле” Президент платформаһына ингән “Киләсәк уҡытыусыһы. Студенттар” конкурсына йомғаҡ яһалды.

“Рәсәй – мөмкинлектәр иле” Президент платформаһына ингән “Киләсәк уҡытыусыһы. Студенттар” конкурсына йомғаҡ яһалды. Шуныһы ҡыуаныслы: еңеүселәр араһында беҙҙең республика йәштәре лә бар.
М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты һәм Башҡорт дәүләт университеты студенттары Алиса Вәлинурова менән Лидия Могильникова әлеге конкурстың ярымфиналында еңеү яуланы. Ҡыҙҙарҙы мәртәбәле еңеүе уңайынан республиканың Мәғариф һәм фән министрлығы, үҙҙәре белем алған юғары уҡыу йорттары етәкселеге ҡотланы.
Белешмә өсөн: “Киләсәк уҡытыусыһы. Студенттар” конкурсы педагогика һәм башҡа юғары белем биреү программалары буйынса уҡыған, киләсәктә мәғариф ойошмаларында эшләргә теләгән студенттарҙы баһалауҙы, үҫтереүҙе маҡсат итеп ҡуя.
Фото: республиканың Мәғариф һәм фән министрлығы.
Читайте нас