Белем һәм тәрбиә
11 Март 2021, 17:30

Студент кампусы ниндәй буласаҡ?

Өфө архитекторҙары буласаҡ студент кампусының үҙенсәлекле дизайнын тәҡдим итте.

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров юғары уҡыу йорттары араһында студент кампусы төҙөү мәсьәләһе буйынса эш кәңәшмәһе үткәрҙе. Унда архитекторҙар, республиканың Төҙөлөш министрлығы вәкилдәре, төбәктең төп юғары уҡыу йорттарының ректорҙары ҡатнашты.
Белеүебеҙсә, был кампусты Башҡортостанда донъя кимәлендәге Евразия фәнни-белем биреү үҙәге булдырыу барышында төҙөү күҙаллана. Үҙәк дүрт йүнәлештә эшмәкәрлек алып барасаҡ: “Һанлы һәм йәшел химия, энергетика”, “Биомедицина һәм генетика”, “Алдынғы етештереү технологиялары һәм инжиниринг”, “Яңы тормош мөхите”.
Республика Башлығының йәмәғәт киңлектәрен үҫтереү буйынса кәңәшсеһе Ольга Сарапулова әйтеүенсә, биш мең кешегә иҫәпләнгән кампусты Өфөнөң Дим биҫтәһендә төҙөргә уйлайҙар. Ул студенттар, уҡытыусылар, йәш ғалимдар өсөн ятаҡты, лабораториялары булған тикшеренеү корпусын, технопарклы тәжрибә полигонын, спорт һәм медицина комплекстарын берләштерә.
Кәңәшмәлә Өфө архитекторҙары Александра Сафарова менән Тәнзилә Дулатованың концепцияһы ҡаралды. Уларҙың һәр береһе буласаҡ студент кампусының үҙенсәлекле дизайнын тәҡдим итте.
– Архитекторҙарға һәм ижади командаға ҡыҙыҡлы проекттар өсөн ҙур рәхмәт, - тине Радий Хәбиров. – Беҙҙең маҡсат – ғәҙәти булмаған фәнни-белем биреү үҙәге төҙөү. “Кампус” һүҙенән ситләшергә тәҡдим итәм, сөнки был проекттар ябай студент ятаҡтары ғына түгел. Асылда улар – академ йәки фән ҡаласығы. Бында студенттарға уҡыу, ә уҡытыусыларға белем биреү өсөн яҡшы шарттар булдырыу зарур. Шуға күрә улар янында инновациялы мәктәптәр, балалар баҡсалары ла булырға тейеш.
Радий Хәбиров республика Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаровҡа буласаҡ фәнни-белем биреү объекты төҙөлөшөнә бәйле республиканың 2024 йылға тиклемге социаль-иҡтисади үҫешенең стратегик йүнәлештәре тураһындағы указдың үтәлешен контролдә тоторға, ә Төҙөлөш министрлығына эргә-тирә биләмәне үҙләштереүгә һәм торлаҡ төҙөлөшөнә төҙөүселәрҙе әүҙемерәк йәлеп итергә ҡушты.
Шулай уҡ төбәк Башлығы архитектура проекттары өҫтөндә эште дауам итеү, был йәһәттән уҡыу йорттары ректорҙарының тәҡдимдәрен иҫәпкә алыу, аҙаҡҡы вариантты асыҡ фекер алышыуға сығарыу кәрәклеген дә билдәләне.
Фото: glavarb.ru
Читайте нас