Белем һәм тәрбиә
12 Март 2021, 14:15

Полилингваль белем биреүҙе үҫтерәсәк проекттар ҡаралды

Өфөләге “Торатау” конгресс-холында полилингваль белем биреү лидерҙарының “Мәктәп инновациялары” программаһының йомғаҡлау сессияһы үтте.

Өфөләге “Торатау” конгресс-холында полилингваль белем биреү лидерҙарының “Мәктәп инновациялары” программаһының йомғаҡлау сессияһы үтте. Сарала республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Азат Бадранов, мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин, Башҡортостан Граждандар йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фондының генераль директоры Люция Юлыева һәм Мәскәүҙәге СКОЛКОВО идара мәктәбенең белем биреү программалары йүнәлеше буйынса етәксеһе Ольга Немирович ҡатнашты.
“Беҙҙең республикала полилингваль күп профилле мәктәптәр булдырыу, уларҙы үҫтереү эшенә Башҡортостан Башлығы һәм республика Хөкүмәте тарафынан етди иғтибар бүленә. Полилингваль белем биреү мәғариф системаһын республиканың этномәҙәни үҙенсәлектәрен иҫәпкә алып инновациялы үҫтереүҙе маҡсат итеп ҡуя. Башҡортостандың полилингваль мәктәптәре – уҡыусыларға шәхес булараҡ үҫергә мөмкинлектәр асҡан заманса мәғариф ойошмалары”, - тип билдәләне Азат Шамил улы үҙ сығышында.
Сараны тантаналы асҡандан һуң ҡатнашыусылар үҙ проекттарын яҡланы. Бынан алдараҡ, 25-27 февралдә, Мәскәүҙең СКОЛКОВО идара мәктәбенең белем биреүҙе үҙгәртеп ҡороу үҙәге Миңзәлә Ишморатованың балаларға белем биреүҙе яҡлау һәм үҫтереү үҙәге, Башҡортостан Мәғариф һәм фән министрлығы менән берлектә төбәгебеҙҙең полилингваль, шулай уҡ белем биреү буйынса махсуслашҡан башҡа 30 ойошмаһы вәкилдәренә белем биреү интенсивы үткәргәйне. Унда Өфө, Баймаҡ, Сибай ҡалалары, Хәйбулла районының Аҡъяр ауылы мәктәптәре, мәғариф идаралыҡтары хеҙмәкәрҙәре ҡатнашты.
Йомғаҡлау сессияһына тәҡдим ителгән проекттарға абруйлы эскперттар – Башҡортостан Мәғарифты үҫтереү институты ректоры Азат Йәнгиров, БДУ-ның филология факультеты деканы, педагогика фәндәре кандидаты Әлмира Ямалетдинова, БДПУ-ның сит телдәр кафедраһы мөдире, филология фәндәре докторы, профессор Айгөл Мөхтәруллина, БДПУ доценты, фән докторы Зөләйха Хәбибуллина, республиканың Мәғариф һәм фән министрлығы вәкилдәре юғары баһа бирҙе һәм уларҙы тормошҡа ашырырға тәҡдим итте. Был башланғыстар республикалағы полилингваль мәктәптәрҙең сифатлы үҫешенә булышлыҡ итәсәк, тип билдәләнде.
“Мәктәп инновациялары” программаһы Башҡортостан Башлығының республиканың дәүләт һәм туған телдәрҙе үҫтереүгә йүнәлтелгән грантына Башҡортостан Граждандар йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фонды ярҙамы менән тормошҡа ашырыла.
Читайте нас