“Балаларҙың 15 проценты йыл һайын ҡалалан ситтәге лагерҙарҙа ял итә. Ҡайһы бер ата-әсәләр балаларын башҡа төбәктәрҙәге шифаханаларға, лагерҙарға, сит илгә ебәрә. Төбәк Йәмәғәт палатаһы фекер белешеү сараһын балаларҙың ялын ойоштороу буйынса хәлдең торошон, ата-әсәләрҙең балаларына ял майҙансыҡтарын ниндәй принцип буйынса һайлауын, республикала ошо өлкәләге хәлде камиллаштырыу йәһәтенән уларҙың тәҡдимдәрен асыҡлау өсөн үткәрә”, – тине Йәмәғәт палатаһы рәйесе урынбаҫары Лида Исергәкова.