Рәми Ғарипов премияһына ғалим, тел белгесе, педагог-методист, филология фәндәре докторы, профессор, Башҡортостандың атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре һәм мәғариф отличнигы, Рәсәйҙең почетлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре Миңһылыу Ғөбәйт ҡыҙы Усманова, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, Рәсәйҙең халыҡ мәғарифы отличнигы, "Хеҙмәт ветераны" миҙалы менән бүләкләнгән Фәриҙә Әхмәҙулла ҡыҙы Бәхтийәрова, Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернатының математика уҡытыусыһы, «Иң яҡшы уҡытыусы» Бөтә Рәсәй конкурсында еңеүсе, Рәсәйҙең почетлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре Сәкинә Хөрмәт ҡыҙы Тотманова, шулай уҡ тиҫтерҙәре араһында яҡшы уҡыуы, өлгөлө тәртибе, гимназия тормошонда, республика кимәлендәге сараларҙа әүҙем ҡатнашыуы менән айырылып торған уҡыусылар лайыҡ булды.