Башҡортостан Мәғарифты үҫтереү институтында “Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы-2021” республика, "Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы" төбәк-ара конкурстарын асыу тантанаһы булды.
Тәүгеһе быйыл 31-се тапҡыр үткәрелә, әле унда 191 педагог көс һынаша. "Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы" иһә 26-сы тапҡыр уҙғарыла.
"Уҡытыусылыҡ ябай эш түгел, ул күңелгә һалынырға тейеш, ул – һәләтлелек, – тине Башҡортостан мәғариф һәм фән министрының беренсе урынбаҫары Илдар Мәүлетбирҙин. – Уҡытыусы көн дә балаларҙы бөйөк маҡсаттарға әйҙәй, уның һәр аҙымы лайыҡлы киләсәк тәрбиәләүгә йүнәлтелгән".
Илдар Марат улы педагогтарҙың Бөтә Рәсәй конкурсында Салауат ҡалаһынан рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Ирина Саутинаның тәүге 15 конкурсант араһына инеүен юғары баһаланы, ә бөгөнгө бәйгеселәргә уңыштар теләне.
"Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы-2021" конкурсына ярашлы, "Рус теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы", "Татар теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы", "Йәш йыл уҡытыусыһы" асыҡланасаҡ. Дөйөм алғанда, бар конкурстарҙа 198 педагог көс һынаша.
Теүәл бер аҙнанан “Торатау” конгресс-холында “Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы-2021” республика конкурсын ябыу тантанаһы буласаҡ, еңеүселәр асыҡланасаҡ.