Башҡортостанда ике алдынғы юғары уҡыу йортон – Башҡорт дәүләт университеты менән Өфө дәүләт авиация техник университетын берләштереү тураһында һүҙ ҡуҙғатылғас, киң йәмәғәтселектә төрлө фекерҙәр булып алды. Бер юғары уҡыу йортоноң икенсеһе тарафынан “йотолоуына”, студенттар һанының кәмеүенә, уҡытыусылар составының ҡыҫҡарыуына шик белдереүселәр ҙә табылды. Әлбиттә, һәр яңы эштең башында бының ише генә аңлашылмаусанлыҡтар, шиктәр булып алалыр. Шулай ҙа башланғыстың кәрәкле, заман талап иткән ҡарар булыуын хуплаусылар баштан уҡ күпселекте тәшкил итте. Республика етәкселегенең, билдәле ғалимдарҙың, был ике вуз уҡытыусыларының мәсьәләгә төплө аңлатма, сетерекле һорауҙарға ентекле яуаптар биреүе хәл-торошҡа ярайһы уҡ аныҡлыҡ индерҙе, был ҙур эштең ни өсөн кәрәклеген төшөндөрҙө.
Ҡалыптарҙан ҡотолмайынса ҡаҙаныштар яуланмай
Февраль уртаһында үткән Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров әлеге мәсьәләгә үҙе башлап асыҡлыҡ индергәйне.
– Иң ауыр ҡарарҙарҙы мин үҙ өҫтөмә алам. Әле беҙ оло ғилми проект – ҙур университет булдырыу алдында торабыҙ. Әгәр Башҡорт дәүләт университеты менән Өфө дәүләт авиация техник университетының көстәрен берләштермәһәк, дәғүәле көрәштә еңеләсәкбеҙ һәм күпте юғалтасаҡбыҙ, – тине төбәк етәксеһе.
Артабан был хаҡта республика Башлығы йәш ғалимдар менән осрашҡан сағында ла әйтте. “Беҙҙә лайыҡлы кадрҙар, ғилми мәктәптәр бар, тик көнәркәшлек тә арта. Республикабыҙ тирәләй ҡеүәтле ғилми-белем биреү комплекстары, федераль университеттар булдырыла. Әгәр был йүнәлештә беҙ ҙә тырышмаһаҡ, киләсәктә еңелеүебеҙ ихтимал. Яңы ҡаҙаныштарға ҡалыптарҙан ҡотолоп ҡына ирешергә мөмкин”, – тине ул.
Республиканың ике ҙур юғары уҡыу йортон берләштереп, тағы ла ҡеүәтлерәк вуз төҙөү “Приоритет-2030” программаһына инеү маҡсатын да күҙ уңында тота. Берләшкән уҡыу йорто биш миллиард һум тирәһе бюджетына өҫтәмә рәүештә тағы бер миллиард һум аҡса йәлеп итеү мөмкинлегенә эйә буласаҡ. Ә был үҙ сиратында – яңы мөмкинлектәр, яңы киңлектәр тигән һүҙ.
Юғары уҡыу йорттарын берләштереүгә арналған матбуғат конференцияһында Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Азат Бадранов был ҡарарҙың ни өсөн кәрәклеген ентекле аңлатты. Ул үҙ сығышында, Рәсәй һәм донъя кимәлендәге рейтингтарға инеү өсөн беҙҙең уҡыу йорттарына яңырырға, үҙгәрергә кәрәк, тип билдәләне.
– Вуздарға тамырынан үҙгәрергә кәрәк. Улар башлыса СССР осоронда планлы иҡтисад сиктәрендә барлыҡҡа килгән. Ул саҡтағынан илдә 700-800 самаһы юғары уҡыу йорто ҡалды. 2010 йылдарҙа илдә федераль университеттар булдырыу программаһы башланды, тик ул әле тамамланған. Ни өсөндөр Башҡортостан был программала ҡатнашмаған. Башҡалар шул ваҡытта уҡ үҙ вуздарын ресурстар менән тулыландарҙы, ә беҙҙекеләр ҙур булмаған килем менән хушһынды. Һөҙөмтәлә, студенттар беҙҙән китә башланы. Эйе, уҡыусыларыбыҙ олимпиадаларҙа еңеүҙәр яулай, яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтә, тик беҙҙән китә. Республикабыҙ студенттарҙы ситкә ебәрмәһен, киреһенсә, башҡаларҙы йәлеп итеүен теләйбеҙ, – тине ул.
Эйе, 2012 йылда федераль Хөкүмәт “Проект 5-100” тип аталған проектты ғәмәлгә ашыра башлай. Уға ярашлы, илдең иң яҡшы – биш һәм тикшеренеүҙәр алып барыу өсөн нигеҙ булырлыҡ 100 уҡыу йорто һайлап алына. Улар төрлө йәһәттән, шул иҫәптән финанслау мәсьәләһендә лә, күп кенә өҫтөнлөктәр менән тәьмин ителә. Ул саҡта беҙҙең бер генә уҡыу йорто – Өфө дәүләт нефть техник университеты әлеге проектта ҡатнаша һәм тикшеренеүҙәр алып барған нигеҙ вузы статусына эйә була.
Радий Хәбиров ил Президенты Владимир Путин менән осрашыу барышында Башҡортостанға ла федераль университет кәрәклеге тураһында һорауҙы күтәргәйне. Президент федераль университеттар темаһының ябыҡ, әммә башҡа программаларҙың булыуы тураһында әйткәйне. Әле был мәсьәләне хәл итеү өсөн бик уңай юлдар асылған мәл. Был ун йыллыҡта донъя кимәлендәге 30 университет һайлап алынасаҡ, уларға ҙур финанс бүленәсәк – ун йылға 750 миллиард һум. “Әгәр был үҙенсәлекле мөмкинлекте файҙаланмай ҡалабыҙ икән, беҙҙең вуздар артып ҡалған аҡса иҫәбенә генә финансланасаҡ”, – тине республика Башлығы.
Бер вуз да икенсеһен “йотмаясаҡ”
Юғары уҡыу йорттарын берләштереү темаһына арналған кәңәшмәләрҙә юғары белем биреү системаһындағы бөгөнгө хәл-торошҡа бик ентекле анализ бирелде. Мәҫәлән, беҙҙә йыл һайын яҡынса 17 мең йәш кеше мәктәпте тамамлай, уларҙың 12 мең самаһы үҙебеҙҙәге уҡыу йорттарында тороп ҡала, ҡалғандары ситкә китә. Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк: федераль кимәлдәге вуздарҙы һайлаусыларҙың күптәре – уҡыу алдынғылары, төрлө олимпиадалар еңеүселәре. Уларҙың юғары белемле белгес булып республикаға ҡайтып хеҙмәт итеүе лә икеле. “Шуға күрә студенттарҙы үҙ төбәгебеҙгә еректереүҙең көнәркәшле яңы алымдарын булдырырға тейешбеҙ. Шулай уҡ башҡа төбәктәрҙән һәм сит илдәрҙән абитуриенттар йәлеп итеү ҙә зарур. Был белем биреүгә һәм фәнгә экспорт тип атала”, – тип билдәләне республика Башлығы Хакимиәте етәксеһе Александр Сидякин.
Ул шулай уҡ юғары белем биреү өлкәһендәге башҡа сетерекле мәсьәләләргә ҡарата ла үҙ фекерен белдерҙе: “Бөгөн Башҡортостанда ғилми тикшеренеүҙәр алып барған фән докторҙарының уртаса йәше 65-тән юғары. Шуныһы йәл: уларға килер алмаш юҡ – перспективалы кешеләр беҙҙән китә”.
Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе әйтеүенсә, университеттар берләшкәс, студенттарҙы кәметеү түгел, киреһенсә, арттырыу күҙаллана. Тимәк, улар өсөн уҡытыусылар ҙа күберәк кәрәк буласаҡ. “Бер вузға берләшеү тап ошо ике уҡыу йорто өсөн еңел буласаҡ. Береһе – техник йүнәлешле, икенсеһе – гуманитар. Ни бары алты процент белгеслектәре генә тура килә. Яңы университет булдырған саҡта уның ҙурлығы ла мөһим. Берләштереү барышында беҙ 40 меңдән ашыу студенты булған уҡыу йорто аласаҡбыҙ. Уның бюджеты ла үҫәсәк”, – ти ул.
Үрҙә әйтелгән мәсьәләгә үҙ сығышында вице-премьер Азат Шамил улы Бадранов та асыҡлыҡ индерҙе. “Донъя кимәлендәге университеттың маҡсаты – студенттар һанын 100 меңгә тиклем арттырыу, – тине ул. – Шуға күрә был эш биналарҙы алыу, ҡулайлаштырыу, уҡытыусыларҙы эшһеҙ ҡалдырыу, студенттар һанын кәметеү өсөн башҡарыла тигән фекер нигеҙһеҙ”.
Ғилми йәмәғәтселек билдәләүенсә, Башҡорт дәүләт университеты менән Өфө дәүләт авиация техник университеты – бер кимәлдәге вуздар. Шуға күрә был осраҡта уларҙың береһенең өҫтөнлөк алыуы, ҡайһы бер йүнәлештәргә, белгеслектәргә ябылыу ҡурҡынысы янауы хаҡындағы һүҙҙәр ҙә нигеҙһеҙ, тигән фекерҙе еткерҙе үрҙә телгә алынған кәңәшмәләрҙә ҡатнашыусылар. Шулай уҡ күптәрҙе борсоған мәсьәлә – берләштерелгән уҡыу йортонда башҡорт телендәге төбәк компоненты булған факультеттарҙы һаҡлау. Азат Бадранов белдереүенсә, улар мотлаҡ һаҡланасаҡ.
Республика етәкселеге һәм ғилми йәмәғәтселек вәкилдәре әйтеүенсә, ике юғары уҡыу йортон берләштереү тиҙ генә башҡарыла торған эш түгел. Бының өсөн ике-өс йыллап ваҡыт кәрәк буласаҡ. Шуға күрә сығарылыш уҡыусыларына һәм студенттарына быйыл ҡайһы вузға уҡырға инеү, ниндәй атамалы юғары уҡыу йортон тамамлау тураһында борсолорға урын юҡ.
Ә дөйөмләштереп әйткәндә, беҙ бөгөн ҙур үҙгәрештәр заманында йәшәйбеҙ. Заман беҙҙән яңылыҡтарға асыҡ булыуҙы талап итә. Әгәр ошо мөмкинлектән файҙаланып, республикабыҙҙа ил һәм донъя кимәлендә танылған, күп профилле, Рәсәйҙең иң яҡшы вуздарының береһе булырҙай юғары уҡыу йорто барлыҡҡа киләсәк икән – был тик яҡшыға ғына! Ҙур караптар ғына ҙур юлдар яра һәм тормош тип аталған диңгеҙҙең ел-дауылдарына бирешмәй алға бара ала.
Руслан ВӘЛИЕВ, Башҡортостан Республикаһының Фәндәр академияһы ағза-корреспонденты, физика-математика фәндәре докторы, Өфө дәүләт авиация техник университеты профессоры:
– Үкенескә ҡаршы, һуңғы йылдарҙа төбәгебеҙҙең белем биреү һәм фән өлкәһендә хәл-тороштоң насарайыуы күҙәтелә. Был Өфө дәүләт авиация техник университетында ла сағылыш тапмай ҡалмай: уҡырға ингән абитуриенттарҙың һаны һәм белем сифаты түбәнәйә, уҡытыусылар иңенә төшкән уҡытыу көсөргәнеше арта (Рәсәй вуздарында ул донъя күләмендә иң юғарыһы һанала, әммә был ғорурланырлыҡ өсөн сәбәп түгел). Һөҙөмтәлә уҡытыусылар фән һәм үҙ-үҙен үҫтереү менән шөғөлләнеү мөмкинлегенән мәхрүм. Тикшеренеү ҡорамалдары иҫкерә.
Юғары белем биреү системаһын финанслау ҙа һорауҙар тыуҙыра, федераль бюджеттан әллә ни ҙур ярҙамға өмөт итеп булмай. Шуға күрә бөгөн – ҡарар ҡабул итеү мәле. Беҙ былай ҙа был йәһәттән, мәҫәлән, күрше Татарстандан, артта ҡалдыҡ. Ҙур күргәҙмәләрҙә һәм форумдарҙа уларҙың уҡыу йорттарының фәнни павильондары күпкә күрмәлеклерәк һәм алдынғыраҡ күренә.
Ошондай шарттарҙа беҙҙең ике юғары уҡыу йортоноң көсөн һәм ресурстарын, матди-техник база һәм инфраструктура үҫешен берләштереү проблеманы хәл итеүҙең бер юлы була ала. Әлбиттә, ниндәй ҙә булһа ике ойошманы бергә ҡушыу – үҙенә күрә мәшәҡәтле процесс. Һәр ҡарар айырым тикшерелеп, киләсәкте күҙаллап, ике яҡтың да фекерен иҫәпкә алып ҡабул ителергә тейеш.
Беҙ төрлө ҡалаларҙа урынлашҡан уҡыу йорттарының берләшеүенә бәйле ыңғай миҫалдарҙы ла беләбеҙ. Мәҫәлән, Ҡазан (Волга буйы) Федераль университетына Яр Саллы, Алабуға, Чистополь институттары инә. Улар федераль һәм төбәк кимәлендә ярайһы уҡ яҡшы финанс ярҙамға эйә.
Ике юғары уҡыу йортон берләштереүҙән һөҙөмтә булһын өсөн бөгөн үк маҡсатлы эштәр алып барыу зарур. Ошо көндәрҙә беҙҙең уҡыу йортонда әлеге мәсьәләгә арналған махсус ултырыш үтте. Яҡын арала Рәсәйҙең Фән һәм юғары белем биреү министрлығы тарафынан яңы конкурс иғлан ителәсәк. Беҙ унда Башҡорт дәүләт университеты менән берләшеү тураһындағы килешеүгә ярашлы ҡатнашырға ҡарар иттек. Бына ошоноң ише конкурстарҙа ҡатнашып, улар ярҙамында федераль кимәлдә финанс ярҙамына эйә булып, көстәрҙе һәм мөмкинлектәрҙе арттырып берләшеү генә теләгән һөҙөмтәне бирә аласаҡ.
Ансаф ӘБДЕЛНӘҒИМОВ, Өфө дәүләт авиация техник университетының фәнни-тикшеренеү эштәре идаралығы начальнигы урынбаҫары, техник фәндәр кандидаты:
– Бөгөн республиканың фәнни һәм белем биреү системаһы киң даирәле үҙгәрештәр кисерә: донъя кимәлендәге Евразия фәнни-белем биреү үҙәге төҙөлдө, вуз-ара студент кампусы һәм “ҙур университет” булдырыу күҙаллана. Был проекттар төбәгебеҙҙе донъя кимәлендәге ғилми йәмәғәтселеккә индереүҙе, уны халыҡ-ара белем биреү майҙанына сығарыуҙы маҡсат итеп ҡуя.
Әлбиттә, “ҙур университет” булдырыу идеяһы күп кенә һорауҙар ҙа тыуҙыра. Ике уҡыу йорто араһында айырмалыҡтар ҙа бар. Беҙ Башҡорт дәүләт университеты менән Фәнни-белем биреү үҙәгенең берҙәм проекттарын булдырған ваҡытта уҡ хеҙмәттәшлек итә башланыҡ. Өфө дәүләт авиация техник университетының 2030 йылғаса үҫеш программаһында БДУ менән уртаҡ йүнәлештәр буйынса селтәрле белем биреү программалары планлаштырылған. Һуңғы айҙарҙа беҙ ике уҡыу йортоноң да үҫеш динамикаһын өйрәндек, хәҙер һәр вуздың көслө һәм көсһөҙ яҡтарын тағы ла яҡшыраҡ күрәбеҙ.
Федераль кимәлдәге һәм күрше төбәктәрҙәге фәнни-тикшеренеү университеттары менән көнәркәшлек итеү өсөн, айырым вуз булған хәлдә, беҙгә эшмәкәрлегебеҙҙең әлеге күрһәткестәрен кәм тигәндә өс-дүрт тапҡырға арттырыу талап ителә. Шул уҡ ваҡытта ике уҡыу йортон ябай ғына берләштереү юғары күрһәткестәргә өлгәшеү өсөн ҡеүәтле синергетик һөҙөмтә бирмәйәсәк. Ә бит был осраҡта сит ил университеттары менән көнәркәшлек итеү маҡсаты ҡуйыла.
Бөгөн беҙҙән “ҙур университет”тың моделен, уның идара итеү системаһын, үҫеш программаһын булдырыу, ваҡыт, сығымдар, кәрәкле ресурстарҙы билдәләү йәһәтенән етди эш талап ителә. Мин айырыуса уҡытыусылар һәм ғилми хеҙмәткәрҙәр хаҡында уйланам – был үҙгәрештән улар бер ниндәй ҙә зыян күрергә тейеш түгел. Коллективтарҙы ҡытыршылыҡһыҙ берләштереү, уларҙың мәҙәни традицияларын һәм ҡиммәттәрен һаҡлау өсөн дә шарттар булдырыу зарур.
Шулай итеп, “ҙур университет” булдырыу – ул ҙур амбиция һәм яуаплылыҡ, был һәр яҡтан уйланылған төплө ҡарар булырға тейеш.