Белем һәм тәрбиә
17 Март 2021, 12:55

“Киләсәк уҡытыусыһы”нда дүртөйлөләр ҡатнаша

Дүртөйлө ҡалаһының 2-се лицейы “Киләсәк уҡытыусыһы” конкурсының финалында Башҡортостан исеменән сығыш яһай.

Дүртөйлө ҡалаһының 2-се лицейы “Киләсәк уҡытыусыһы” конкурсының финалында Башҡортостан исеменән сығыш яһай.
Санкт-Петербургта “Киләсәк уҡытыусыһы” һөнәри конкурсының финалы башланды. Ул “Рәсәй – мөмкинлектәр иле” президент платформаһына ҡараған проект. Конкурс Рәсәй Мәғариф министрлығы ярҙамында “Мәғариф” милли проекты буйынса үткәрелә. Ул бергә эшләй белгән , үҙ эштәрендә заманса практикаларҙы ҡулланған уҡытыусылар командаһына ярҙам йөҙөнән уҙғарыла.
Финалсыларға өс конкурс һынауын үтергә тура килә: дисциплина-ара дәрес, тәрбиәүи сара һәм конференцияла спикер булып ҡатнашыу.
Санкт-Петербургтағы йомғаҡлау этабында Рәсәйҙең бар тарафтарынан педагогтар командалары йыйылған. Алыҫ Көнсығыш, Себер, Урал, Волга буйы, Төньяҡ-көнбайыш һәм Көньяҡ федераль округтарҙан – 12-шәр, Төньяҡ Кавказдан – 13, ә Үҙәк федераль округтан 14 команда финалда көс һынаша.
Финалсылар араһында беҙҙең республика командаһы ла бар. Ул Дүртөйлө ҡалаһының 2-се лицейы уҡытыусылары Альбина Ғилемйәнова, Эльвира Нуретдинова, Ольга Шәйхетдинованан тора.
Конкурста ҡатнашыу бер-берең менән хеҙмәттәшлек итеп эшләргә, һәр кемдән нимәгәлер өйрәнергә форсат бирә. “Беҙ бай тәжрибә тупланыҡ. Коллегаларымды ла ошо мәртәбәле конкурста ҡатнашырға саҡырам”, – ти команда етәксеһе А.Ғилемйәнова.
Конкурс 2019 йылдың 19 ноябрендә башланып, дүрт этаптан торҙо: ҡатнашыусыларҙы теркәү, онлайн-тестар, шулай уҡ офлайн ярышыуҙар.
Был һөнәри конкурстың үҙенсәлеге командалар ярышы ғына түгел, ә проект тамамланғас та бәйләнештә булыу. Һөҙөмтәләргә ҡарап, ярымфиналсы һәм финалсыларҙан торған “киләсәк уҡытыусылары” берлеге төҙөү ниәтләнә. Уның ағзалары мәғариф өлкәһендәге мөһим сараларҙа ҡатнашыу хоҡуғын ала.
Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк: конкурс “Мәғариф” милли проектының “Һәр кем өсөн социаль лифт” федераль проектына ярашлы бойомға ашырыла. Уның ойоштороу комитетын РФ Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Т. Голикова етәкләй.
Читайте нас