Белем һәм тәрбиә
17 Март 2021, 11:00

Йыл уҡытыусыһына һорау бирегеҙ!

Бәйге ҡыҙғандан-ҡыҙа бара, һәр конкурсант үҙенең иҫәбенә мәрәйҙәр йыйыуын дауам итә.

Республикабыҙҙа төрлө йүнәлештә саралар һәм конкурстар даими ойошторола. Мәҫәлән, ошо аҙнала Башҡортостан Мәғарифты үҫтереү институтында асылған “Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы-2021” республика конкурсы (31-се тапҡыр үткәрелә), “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы” төбәк-ара конкурсы (26-сы тапҡыр үткәрелә) тураһында хәбәр иткәйнек инде.
Башҡортостан Мәғариф һәм фән министрлығынан әйтеүҙәренсә, бәйге ҡыҙғандан-ҡыҙа бара, һәр конкурсант үҙенең иҫәбенә мәрәйҙәр йыйыуын дауам итә.
Конкурс “Педагогик оҫталыҡ” һынауын үтеү менән башланғайны, уҡытыусылар тағы ла асыҡ дәрестәр, класс сәғәттәре, оҫталыҡ дәрестәре уҙғара башланы, бынан тыш, һәр кемде “Йыл уҡытыусыһына һорау” тип аталған матбуғат конференцияһы көтә.
Киләһе аҙнала “Торатау” конгресс-холында “Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы – 2021” республика конкурсын ябыу тантанаһы буласаҡ, үҙ сиратында, еңеүсе асыҡланасаҡ. Әйткәндәй, “Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы – 2021” конкурсы сиктәрендә “Рус теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы”, “Татар теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы”, “Йәш йыл уҡытыусыһы” еңеүселәре лә асыҡланасаҡ.
Фото: Башҡортостан Мәғариф һәм фән министрлығы.
Читайте нас