Бөгөн “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк башҡарма комитетында мәктәптә туҡланыуҙы ойоштороуға арналған “түңәрәк өҫтәл” үтте. Уртаҡ майҙансыҡҡа әлеге мәсьәләгә ҡағылышы булған тармаҡ министрлыҡтары һәм ведомстволары, ата-әсәләр комитеттары, йәмәғәтселәр, туҡланыуҙы ойошторған операторҙар йыйылды.
“Берҙәм Рәсәй”ҙең төбәк башҡарма комитеты етәксеһе кәңәшсеһе Зарина Ғәзизова 1–9 март арауығында 44 мең кеше – ата-әсәләр һәм уҡыусылар ҡатнашлығында ойошторолған һорау алыу һөҙөмтәләре менән таныштырҙы.
“Атай-әсәйҙәрҙең башлыса балалар аша алынған мәғлүмәт буйынса ғына фекер йөрөтөүе билдәле булды. Һорау алыуҙан күренеүенсә, уҡыусыларға айырыуса тауыҡ итенән кәтлит, картуф иҙмәһе, былау оҡшай. Бөтәһе лә тигәндәй балыҡ кәтлитенә ҡаршы сыҡты”, - тип һөйләне Зарина Ғәзизова.
Анкета һөҙөмтәләренә ярашлы, “Берҙәм Рәсәй” бер нисә пункттан торған тәҡдимдәр теҙмәһе әҙерләгән: берҙәм менюға үҙгәрештәр индерергә, туҡланыу өсөн ваҡытты оҙайтырға, буфеттарҙың эшен тергеҙергә, “швед өҫтәле” системаһын индереүҙе ҡарарға.
Республиканың сауҙа һәм хеҙмәттәр министры Алексей Гусев “ризыҡтың тәме” тигән төшөнсәгә айырым иғтибар йүнәлтеүҙе һораны.
"Шуны аңларға кәрәк: тәмде төрлө кеше төрлөсә тоя. Әммә сәләмәт туҡланыуҙың, ризыҡтың сифатының теүәл ҡылыҡһырламалары бар. Дөрөҫ әҙерләнгән ризыҡтарҙың тәме бөтәһенә лә оҡшамауы бар. Бында ата-әсә тәрбиәһенең, өйҙә нисек туҡланыуҙың йоғонтоһо бик ҙур", - тип билдәләне министр.
“Берҙәм Рәсәй”ҙең төбәк башҡарма комитеты етәксеһе Рөстәм Әхмәҙинуров, балалар менән сағыштырғанда, ата-әсә мәктәптә туҡланыуҙың сифатын ҡәтғирәк, йәғни башлыса тәнҡит күҙлегенән баһалай, тип белдерҙе. Социаль туҡланыу операторҙары ассоциацияһы рәйесе Виталий Черевков интернеттағы фекерҙәргә йәки баланың һүҙҙәренә генә ҡарамаҫҡа, ә мәктәпкә барып, туҡланыу сифатын шәхсән тикшерергә кәрәклеккә баҫым яһаны.
"Роспотребнадзор"ҙың төбәк идаралығы вәкиле Римма Әхмәтшина 974 мәктәпте тикшереү барышында асыҡланған етешһеҙлектәргә туҡталды.
"Ашханаларҙа урындар етешмәй, ҡайһы бер аҙыҡ-түлек блоктарында иң ябай ҡорамалдар юҡ. Менюла күрһәтелгән рацион менән ысынбарлыҡта әҙерләнгән аш-һыу тура килмәгән осраҡтар ҙа булды. Меню дөрөҫ төҙөлмәй, күп урындарҙа бөтә йәштәгеләр өсөн дә бер үк ризыҡтар тәҡдим ителә", - тине ул.
Ата-әсәләр ҙә үҙ фекерен асыҡтан-асыҡ еткерҙе. Улар башлыса әҙерләнгән аш-һыуҙың күп осраҡта һыуыҡ килеш бирелеүенә баҫым яһаны. Был йәһәттән проблеманы хәл иткән мәктәптәр ҙә бар. Мәҫәлән, Өфөнөң 110-сы мәктәбендә аш-һыуҙы йылы килеш һаҡлаған махсус арбаларҙа тараталар. Рөстәм Әхмәҙинуров был тәжрибәне башҡа белем усаҡтарында ла ҡулланыу мөмкинлеген ҡарарға тәҡдим итте.
Шулай уҡ ата-әсәләр тарафынан һауыт-һабаның насар торошона, менюның ярлылығына, емеш-еләктең аҙ бирелеүенә ҡағылышлы етешһеҙлектәр билдәләнде.
Башҡортостан мосолмандарының Диниә назараты рәйесе Айнур Бирғәлин мосолман балаларының туҡланыуына ла иғтибар йүнәлтеүҙе һораны.
Туҡланыуҙы ойошторған операторҙар үҙҙәренең эш тәжрибәһе менән уртаҡлашты. Мәҫәлән, “Гранд-Логистик” йәмғиәте үҙ ҡарамағындағы ашханаларға бик матур ремонт үткәргән. “Сифат тирмәне” йәмғиәте ярты Ғафури районы мәктәптәрен хеҙмәтләндерә, улар үҙ эшмәкәрлегендә тик урындағы крәҫтиән (фермер) хужалығы етештергән аҙыҡ-түлекте ҡуллана.
“Түңәрәк өҫтәл” барышында яңғыраған барлыҡ тәҡдимдәр ҙә иҫәпкә алынасаҡ. "Берҙәм Рәсәй" партияһының төбәк башҡарма комитеты ҡыҙыҡлы, файҙалы башланғыстарҙың бер өлөшөн һынау рәүешендә мәктәптәргә индереп ҡарарға әҙер булыуы хаҡында белдерҙе.