Бөгөн Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Өфө дәүләт авиация техник университеты ректоры Сергей Новиков менән осрашты. Улар ӨДАТУ менән БДУ-ны ҡушып барлыҡҡа киләсәк берҙәм юғары уҡыу йорто тураһында һөйләште.
- Белем биреүҙәге төп бурыстарҙың береһе – ил Президенты Владимир Путин билдәләгән үҫештең стратегик йүнәлештәрен тормошҡа ашырыу. Улар “Өҫтөнлөк-2030” академик лидерлыҡ стратегияһы программаһында билдәләнгән. Шул уҡ ваҡытта яҡшы аңлайбыҙ: юғары белем биреү өлкәһендә төп уйынсылар булып ҙур юғары уҡыу йорттары берекмәләре торасаҡ, - тине Радий Хәбиров. – Үҙебеҙҙең мөмкинлектәребеҙҙе ныҡлы анализлағас, беҙ ҙә Рәсәй төбәктәре араһындағы һәм халыҡ-ара белем биреү баҙарындағы конкурентлы көрәшкә ҡушылырға булдыҡ.
Төбәк етәксеһе белдереүенсә, был йәһәттән мөһим аҙым булып донъя кимәлендәге Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенә федераль статус алыу торҙо. Март уртаһына ҡарата Башҡортостанда был үҙәк барлыҡҡа килеү хәлендә. Проектты артабан тормошҡа ашырыуҙың сираттағы этабы – БДУ менән ӨДАТУ-ны берләштереү.
- Ошо программала ҡатнашыу федераль ярҙам алыуҙы күҙ уңында тота. Был беҙҙең уҡыу йорттары өсөн бик мөһим, уларға финанс ярҙам кәрәк. Шуны аңларға тейешбеҙ: алдағы йылдарҙа студенттар һаны кәмей башлаясаҡ. Шуға күрә һөнәри белгестәр әҙерләү системаһында сифатлы үҙгәрештәр талап ителә, - тине Радий Хәбиров. – Беҙ авиация сәнәғәте, IT-индустрия, гуманитар һәм тәбиғи фәндәр өлкәһендәге сығарылыш студенттары менән ғорурланабыҙ. Һәм бындай юғары класлы кадрҙарға артабан да мохтаж буласаҡбыҙ. Тимәк, төп бурыс – үҙебеҙҙең юғары уҡыу йорттарында электән килгән ҡиммәттәрҙе һаҡлау. Был – ғилми мәктәптәр, уҡытыусылар составы, студенттар йолалары. Шуға күрә мин шәхси рәүештә коллективтар менән осрашырға, беҙҙең позицияны аңлатырға, ошо проекттың өҫтөнлөктәре тураһында һөйләргә әҙермен.
Сергей Новиков белдереүенсә, коллектив былтыр йыл дауамында киләсәк үҫеш мөмкинлектәрен өйрәнеү буйынса етди эш башҡарған. ӨДАТУ нигеҙендә Трансформация үҙәге булдырғандар, ул университеттың 2030 йылға тиклемге стратегик үҫешенә арналған. Был эшкә әүҙем рәүештә йәштәрҙе лә йәлеп итәләр.
"Университеттың проблематикаһын анализланыҡ. Һуңғы биш йыл эсендә студенттар биш меңгә кәмегән, сөнки белем биреү тармағында етди конкуренттарыбыҙ бар - Ҡазан, Мәскәү авиация институттары. Ғилми-тикшеренеү эштәре күләме буйынса беҙ уларҙан бер нисә тапҡырға ҡалышабыҙ. Шуға күрә уҡыу йортона етди үҙгәреш кәрәк икәнлеген аңлайбыҙ, - тине Сергей Новиков. – Беҙҙең эксперт-математиктар күҙаллауҙар моделләштерҙе, уның буйынса юғары уҡыу йорттары берләшкән саҡта ғына эш һөҙөмтәһе юғары буласаҡ. Шулай итеп, артабанғы үҫеш өсөн ғилми математик, иҡтисади нигеҙ булдырҙыҡ".
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.