Эмма Эдуард ҡыҙы Сафиуллина – Өфөләге 39-сы гимназияның инглиз теле уҡытыусыһы, директорҙың уҡытыу-тәрбиә буйынса урынбаҫары. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамәһендә педагог заманыбыҙҙың ысын геройҙары исемлегендә телгә алынды.
– Ул онлайн тәртибендәге уҡытыу процесын юғары кимәлдә ойошторҙо, уҡыусыларҙың һәм ата-әсәләрҙең юғары ихтирамын яуланы, – тине Радий Фәрит улы. – Әйткәндәй, Эмма Эдуард ҡыҙы – Бөтә Рәсәй “Йыл уҡытыусыһы” конкурсы лауреаты. Һөнәрегеҙгә һәм уҡыусыларығыҙға һөйөү хисе өсөн рәхмәт һеҙгә, Эмма Эдуард ҡыҙы!
Педагог үҙе әйтеүенсә, был осраҡта ул мәғариф буйынса менеджер сифатында сығыш яһай. “Ни өсөн?” тиһәгеҙ, мин директор урынбаҫары бит, ә беҙҙең гимназияла сит телдәр киң уҡытыла – инглиз, француз, немец, ҡытай телдәренә өйрәтәбеҙ. Инглиз теле барыһы өсөн дә төп тел булып тора. Ҡалғандарын уҡыусылар үҙҙәре һайлап ала. Мөмкин тиклем ҡыҫҡа ваҡыт эсендә гимназия составындағы ошо сит телдәр кафедраһының эшен ойоштороу миңә йөкмәтелде, ә кафедра бәләкәй түгел – унда 35-тән ашыу кеше эшләй”.
Эмма Сафиуллина етәкселегендә был кафедра тиҙ арала алдынғылар сафына сыға. Каникул осоронда онлайн-диктант яҙырға кәрәклеге билдәле булғас та, бөтә көс яңыса эшләүҙе үҙләштереүгә туплана. Коллектив мәғлүмәт платформаһын яңыса эшләүҙе өйрәнә, бер туҡтауһыҙ һынап ҡарай. Ошо платформа педагогтарға уҡытыу процесын видеоконференция рәүешендә ойоштороу мөмкинлеге бирә.
– Каникулда бөтә уҡытыусылар ҙа онлайн-осрашыуҙар ойоштороу менән шөғөлләндек, планлаштырыуҙы үҙгәрттек, видеодәрестәр булдырҙыҡ, презентациялар үткәрҙек, – ти Эмма Эдуард ҡыҙы. – Артабан быларҙың барыһы ла гимназияның сайтына ҡуйыла барҙы. Был сайтҡа уҡытыусылар ғына түгел, ә уҡыусылар һәм уларҙың ата-әсәһе лә инә ала.
– Беҙ дәресте ыңғай тойғоларға таянып, төрлө уйындар нигеҙендә үткәрергә тырыштыҡ, – ти педагог. – Балалар хатта йәнһүрәт эшләргә, әкиәт яҙырға ла оҫтарып алды. Дәрес темаһы буйынса, әлбиттә. Былар барыһы ла инглиз телендә! Контроль эштәр ҙә онлайн рәүешендә үткәрелде. Контроль эштәрҙе шунда уҡ тикшерергә кәрәк. Уҡытыусылар өсөн дә был осраҡта, тәбиғи, көсөргәнеш ҙур. Әйткәнемсә, ыңғай маҡсаттар ҡотҡара. Кемдер, мәҫәлән, урамда ятҡан күләүектә бысраҡ һыу ғына күрә, ә беҙ унда күк йөҙө һәм ҡояштың сағылышын күрергә тырышабыҙ.
Өфө ҡалаһының 39-сы гимназия муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеһы 1955 йылда асылған, 1992 йылда уға гимназия исеме бирелгән, 2002 йылдан алып учреждение ЮНЕСКО-ның ассоциацияланған мәктәптәре проекты буйынса эшләй. 2004 йылда бында ЮНЕСКО-ның АVANTE клубы ойошторола, тағы ла ике йылдан “Life Link” халыҡ-ара программаһы буйынса эш башлана.
2010 йылда гимназияға төкәтмә төҙөлөү, ә тағы ла бер йылдан төп бинаға реконструкция үткәреү белем биреү учреждениеһының мөмкинлектәрен арттырған. Шарттарҙың яҡшырыуы ла, коллективтың юғары кимәлдә эшләй белеүе лә үҙ һөҙөмтәләрен бирә: 2013 йылда гимназия “Электрон мәктәп” конкурсында беренсе урынды яулаған, 2014 йылда уны Башҡортостандың иң яҡшы 30 мәктәбе исемлегенә индерәләр. Ә 2015 йылда гимназияның сайты Бөтә Рәсәй “Белем биреү ойошмаһының иң яҡшы сайты” конкурсы еңеүсеһе булған. Уҡыусыларға бирелгән белем сифаты ла юғары баһалана: бынан ике йыл элек баш ҡалалағы 39-сы гимназия сығарылыш уҡыусыларының көнәркәшлеккә һәләте буйынса Рәсәйҙең иң яҡшы 30 мәктәбе исемлегенә инде.