Өфөлә “Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы-2021” республика конкурсы дауам итә.
Шулай уҡ “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы” төбәк-ара конкурсы, “Рус теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы”, “Татар теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы”, “Йәш йыл уҡытыусыһы” бәйгеләре лә әүҙем бара.
Башҡортостан мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажиндың һүҙҙәренә ҡарағанда, йылдан-йыл педагогтарҙың конкурсҡа төплө әҙерлек менән килгәне иғтибарҙы йәлеп итә.
Өфө ҡалаһының 160-сы лицейында йәш уҡытыусылар класс сәғәттәре үткәрҙе. Баһалама ағзалары белдереүенсә, конкурсанттарҙың һәр береһе тырыш, сәмсел, балалар менән уртаҡ телде тиҙ таба.