15 мартта республикабыҙҙа “Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы-2021” республика, "Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы" төбәк-ара конкурстары асылыуы тураһында хәбәр иткәйнек. Әле конкурстар гөрләп дауам итеп, финалсылар билдәле булды.
Бөгөн "Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы" төбәк-ара конкурсының финалына сыҡҡан ете уҡытыусы һуңғы ярыш төрөнә – матбуғат конференцияһына йыйылды. Сибай ҡалаһының Р. Өмөтбаев исемендәге Башҡорт лицейынан Гөлнара Дәүләтша ҡыҙы Ибраһимова, Дүртөйлө ҡалаһындағы Н. Нәжми исемендәге башҡорт гимназияһынан Руфина Зәки ҡыҙы Камалова, Ҡурған өлкәһе Сафакүл районынан Жәлил Фәйрүз улы Садыҡов, Өфө районының Дорогино мәктәбенән Таңсулпан Рәмил ҡыҙы Сафетдинова, Стәрлетамаҡтағы Ж. Кейекбаев исемендәге 3-сө гимназиянан Светлана Ивановна Тимерғәлиева, Өфө ҡалаһының М. Исҡужин исемендәге 136-сы башҡорт лицейынан Рима Ким ҡыҙы Яруллина, Ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәев исемендәге Өфө кадет корпусы уҡытыусыһы Фәнилә Әсхәт ҡыҙы Фәтхетдинова
Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Зөһрә Рәхмәтуллина, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Рөстәм Ишмөхәмәтов, билдәле спортсы Эльбрус Ниғмәтуллин, “Һеңлекәш” фильмында төп ролде башҡарған бәләкәй актер Арыҫлан Ҡырымсурин конкурсанттарға онлайн алымда ҡыҙыҡлы һорауҙар бирҙе. "Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы-2021" төбәк-ара конкурсының жюри рәйесе, БДУ-ның Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультеты деканы Гөлфирә Риф ҡыҙы Абдуллина, жюри ағзалары, юғары уҡыу йорттары студенттары, республиканың киң мәғлүмәт саралары журналистары ла көнүҙәк һәм фәһемле һорауҙар әҙерләгән ине. Хатта алыҫ Ҡытай илендә йәшәгән башҡорт ҡыҙы Рәйсә Яруллина ла финалсыларға ҡыҙыҡлы һорауҙар әҙерләгән ине.
Һорауҙар бик киң даирәле булды. Глобализация шарттарында туған телдәрҙе һаҡлау һәм өйрәнеү, башҡорт теле уҡытыусыһы һөнәренең абруйын арттырыу, йәш тел белгестәрен мәктәпкә йәлеп итеү, башҡорт телен донъя кимәлендә танытыу кеүек мәсьәләләргә, полилингваль белем биреү үҙенсәлектәренә, башҡорт телен өйрәнеүҙә ғаиләнең, мәктәптең роленә ҡағылышлы һорауҙар яңғыраны. Финалға үткән башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары һәр һорауға төплө яуап бирҙе, үҙҙәренең фекерҙәре, тәҡдимдәре менән ҡыйыу уртаҡлашты.