Белем һәм тәрбиә
21 Март 2021, 11:30

Уҡытыусылар һорауҙарға яуап бирҙе

Башҡортостан Мәғарифты үҫтереү институтында “Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы-2021” республика конкурсының өсөнсө этабы үтте.

Башҡортостан Мәғарифты үҫтереү институтында “Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы-2021” республика конкурсының өсөнсө этабы үтте. Унда ҡатнашыусылар “Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы”, “Рус теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы”, “Татар теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы”, “Йылдың йәш уҡытыусыһы” конкурсында көс һынашты. Конкурстың өсөнсө этабы сиктәрендә “Уҡытыусы менән һөйләшеү” тигән матбуғат конференцияһы ойошторолдо.
– Конкурс аҙағына ла яҡынлашып килә, тиҙҙән инде иң-иңдәр асыҡланасаҡ, – тине Башҡортостандың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин. – Шул иғтибарға лайыҡ, бәйге һәр конкурсантҡа психологик кәртәне үтеп, үҙенең мөмкинлектәрен һәм һәләттәрен күрһәтеү майҙансығына әйләнде.
Айбулат Вәкил улы киләсәк мәктәбе, заман уҡытыусыһы эшмәкәрлеге йүнәлешендә педагогтарға һорау бирҙе. Әлбиттә, яуаптар төрлө ине. Мәҫәлән, кемдәрҙер уҡытыусының һәр бала менән айырым эшләргә кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә алды, икенселәр мәктәпте фекерҙәштәр майҙансығы тип күреүенә баҫым яһаны, шулай уҡ мәктәп белем биреү генә түгел, ә ҡыҙ һәм малайҙарҙы һәр йәһәттән дә үҫтереү урыны булырға тейеш, тине.
“Конкурста призлы урын алыуҙан бигерәк, унда ҡатнашыу иң мөһиме” тигән фекергә нисек ҡарауҙарын да белешеп, уҡыусылар менән уртаҡ тел таба белеү хаҡында ла һорашты хәбәрселәр.
Фото: Илдар Аҡъюлов.
Читайте нас