Белем һәм тәрбиә
22 Март 2021, 16:15

Радий Хәбиров: “Киләсәккә нигеҙ һалабыҙ”

"Төҙөлөш сәғәте"ндә билдәләнеүенсә, 2021 – 2023 йылдарҙа Башҡортостанда 6965 урынлыҡ һигеҙ мәктәп төҙөләсәк.

2021 – 2023 йылдарҙа Башҡортостанда 6965 урынлыҡ һигеҙ мәктәп төҙөйҙәр. Адреслы республика инвестиция программаһына ярашлы, дөйөм финанслау күләме 3,2 миллиард һум тәшкил итә, шуның 645,6 миллион һумы федераль ҡаҙнанан бүленә. Төбәк Башлығы Радий Хәбиров үткәргән сираттағы “Төҙөлөш сәғәте”ндә яңы мәғариф ойошмалары төҙөлөшөн тикшерҙеләр.
Республиканың төҙөлөш һәм архитектура министры бурыстарын башҡарған Алексей Новиков мәктәптәрҙе һалыу буйынса төп эште 2021 йыл аҙағына тиклем тамамларға ниәтләүҙәре тураһында хәбәр итте. Бишбүләк районы үҙәгендә 320 урынлыҡ уҡыу йорто 60 процентҡа әҙер. Унда йылы бирелгән, биҙәү эштәре графикка ярашлы бара. Объектты быйыл өсөнсө кварталда файҙаланыуға тапшырмаҡсылар.
Дыуан районының Таҙтүбә ауылындағы 120 урынлыҡ мәктәптең әҙерлек дәрәжәһе 20 процент тәшкил итә. Майҙансыҡта яңы подрядсы – “Капитал Строй” йәмғиәте эшләй. Йөкләмәләрҙе үтәмәгәнгә күрә, әүәлге ойошма менән килешеү тарҡатылды. Мәктәпте быйыл дүртенсе кварталда сафҡа индерергә ниәтләйҙәр.
2021 йылдың өсөнсө кварталында Баймаҡ районының Иҫке Сибай ауылында 375 урынлыҡ мәктәп эшләй башлай. Бында беренсе ҡат һалынған, газ, һыу үткәрелгән. Ҡаҙанлыҡ төҙөлгән.
“Миловка паркы”нда ла 1225 урынлыҡ мәктәп төҙөлөшө ахырына яҡынлаша. Әле бинала биҙәү эштәре бара, инженерлыҡ селтәрҙәре үткәрелә. Объектты быйыл өсөнсө кварталда файҙаланыуға тапшырыуҙы планлаштыралар. Шул уҡ ваҡытҡа төҙөүселәр Өфө районының Булгаков ауылында ла 825 урынлыҡ мәктәпте сафҡа индермәксе. “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектына ярашлы һалынған бинала ҡыйыҡты ябалар, фасадты йөҙләү һәм биҙәү эштәре бара.
Нефтекаманың 24-се биҫтәһендәге 1225 урынлыҡ мәктәп “Мәғариф” милли проектына ярашлы төҙөлә. Әле бина 70 процентҡа әҙер. Уны быйыл өсөнсө кварталда тапшырырға ниәтләйҙәр.
Өфөнөң Инорс биҫтәһендәге мәктәп ҙур белем биреү үҙәгенең бер өлөшөн тәшкил итә. Үҙәк ҡарамағына шулай уҡ балалар баҡсаһы һәм спорт блогы инә. Төҙөүселәр бинаға йылылыҡ бүлгән, фасадты, витражды эшләйҙәр. Мәктәп 2021 йылдың өсөнсө кварталында ишектәрен асасаҡ тип күҙаллана.
2022 йылда Учалыла 1225 урынлыҡ мәктәп төҙөлөшө тамамлана. Ул “Мәғариф” милли проектына ярашлы һалына.
– Быйыл файҙаланыуға тапшырыласаҡ мәктәптәрҙең барыһында ла булдым тиерлек, – тине Радий Хәбиров. – Иҫке Сибай ауылында төҙөлөшкә бәйле ауыр хәл тыуҙы, әммә объектты мотлаҡ тамамларға кәрәк. Беҙ был мәсьәләне урындағы халыҡ менән осрашыуҙа ла тикшерҙек. Ошо уҡ 2021 йылда төҙөп бөтөргә ниәтләгән башҡа уҡыу йорттарына ла ҡағыла. Беҙҙең бурыс – яңы биналарҙа балаларҙың шат тауыштары яңғыраһын, белем тупланһын, һәләттәр үҫһен. Асылда, беҙ киләсәккә нигеҙ һалабыҙ.
Фото: glavarb.ru
Читайте нас