Белем һәм тәрбиә
23 Март 2021, 17:30

"Һан дәрестәре" - киләсәк өсөн ҙур аҙым

“Һан дәресе” Рәсәйҙә өсөнсө йыл рәттән үткәрелә. Ул уҡыусыларға технологияларға һәм программалаштырыуға бәйле һөнәрҙәрҙе аңларға ярҙам итә.

Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернаты уҡыусыларына пилотһыҙ автомобиль "капоты" аҫтында нимә барлығын күрһәткәндәр һәм ниндәй процестарҙың машинаға һөҙөмтәле, хәүефһеҙ маршрут төҙөргә ярҙам итеүе тураһында һөйләгәндәр.
Балаларға технологиялар һәм программалаштырыуға бәйле һөнәрҙәр донъяһында үҙ юлын табыуҙа "Һан дәресе"нең нисек ярҙам күрһәтеүе тураһында сара барышында республиканың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин, дәүләт идаралығының һанлы үҫеш министры Геннадий Рузумикин һәм "Яндекс"тың дәүләт власы органдарында белем биреү башланғыстарын алға этәреү буйынса директоры Дмитрий Растворов аңлатҡан.
"Был башланғыс ярҙамында Башҡортостан уҡыусыларына беҙҙең донъяға бик тиҙ килеп ингән "һандар" донъяһы эсенә инеп ҡарау мөмкинлеге бар. Республикала өсөнсө йыл рәттән "Һанлы белем биреү мөхите" проекты тормошҡа ашырыла һәм бөгөн унда 164 белем биреү ойошмаһы ҡатнаша. Быйыл уға йәнә 205 ойошма ҡушыласаҡ. “Һан дәрес”тәре беҙҙең балаларға яңы компетенциялар өҫтәр тип ышанам", - тине мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин.
Дәрес барышында 10-сы класс уҡыусылары автономлы транспорттың эш принциптарын ентекле тикшерҙе һәм алған белемен интерактив тренажерҙа нығытып та ҡуйҙы.
"Һәр ваҡыттағыса, “Һан дәресе” бик мауыҡтырғыс үтте. Яндексҡа һәм проектта ҡатнашҡан башҡа алдынғы IT-компанияларға интерактив мәғлүмәттәр әҙерләп биргәндәре өсөн ҙур рәхмәт", - тине Геннадий Разумикин.
Дәрестәрҙе үткәс, уҡыусылар уның темаһы буйынса үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарҙы пилотһыҙ транспортты эшләп сығарған белгестәргә бирә алды. Бының өсөн балалар менән махсус рәүештә Мәскәү ҡалаһындағы инженер үҙәгенән тура тоташтырыу ойошторолдо.
Дмитрий Растворов белдереүенсә, уларҙың “Яндекс” компанияһы республиканың мәғариф системаһы менән уңышлы эшләй. Улар махсус рәүештә бөгөнгө “Һан дәресе” өсөн перспективалы пилотһыҙ транспорт темаһын һайлаған һәм уны ентекле өйрәткән.
Әлеге дәрестең материалдары урокцифры.рф сайтында урынлаштырылған. Теләгән ваҡытта уларҙы өйрәнергә була: йә мәктәптә уҡытыусы менән, йә өйҙә үҙаллы ата-әсәләр менән. Уҡытыусылар өсөн иһә класта дәресте нисек үткәреү буйынса методик күрһәтмәләр бар.
Материалдар өс кимәлдә, улар төрлө йәш өсөн иҫәпләнгән, ауырлығы һәм деталләштереүе менән айырыла. Уҡыусылар үҙаллы карталар, сенсорҙар мәғлүмәттәрен файҙаланып, автомобилдең ҡайҙалығын асыҡларға, хәрәкәт иткән башҡаларҙың аҙымдарын күҙалларға, маршрут төҙөргә тейеш.
“Һан дәресе” Рәсәйҙә өсөнсө йыл рәттән үткәрелә. Проектҡа ярашлы, илдең алдынғы IT-компаниялары мәктәптәр ҙә, балалар һәм ата-әсәләр ҙә аңлай алырлыҡ дәрестәр төҙөй. Был белем уҡыусыларға технологиялар һәм программалаштырыуға бәйле һөнәрҙәрҙе аңларға ярҙам итә.
Фото: Мәғариф һәм фән министрлығы.
Читайте нас