Белем һәм тәрбиә
23 Март 2021, 15:45

“Һеҙҙең башланғысты хуплайбыҙ”

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Рәсәйҙең фән һәм юғары белем министры урынбаҫары Дмитрий Афанасьев менән осрашты.

Бөгөн Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Рәсәйҙең фән һәм юғары белем министры урынбаҫары Дмитрий Афанасьев менән осрашты.
– Һеҙҙең министрлыҡҡа республикаға күрһәткән ярҙамы өсөн рәхмәт белдерәм. Тап шуға ярашлы беҙ Башҡортостанда ойошторолған донъя кимәлендәге Евразия фәнни-белем биреү үҙәгенә федераль статус алдыҡ, ә хәҙер ҙур университет ойоштороуға тотондоҡ. Сере юҡ: юғары мәктәп үҫеше тенденциялары көнәркәшлекте арттыра, һәм беҙҙең ситтә тороп ҡалғыбыҙ килмәй, – тип билдәләне Радий Хәбиров.
Дмитрий Афанасьев республиканың юғары уҡыу йорттары яҡшы тәьҫораттар ҡалдырғанын, Башҡортостанда белем биреү учреждениелары, производство һәм власть органдары үҙ-ара яҡшы кооперацияға өлгәшеүен телгә алды.
– Һеҙҙе алда ҙур юл көтә. Республикала сәйәси ҡеүәт, юғары белемдең заман талаптарын аңлау, маҡсат берҙәмлеге һәм үҙгәрештәргә ыңғай ҡараш бар – шуныһы мөһим, – тине Дмитрий Афанасьев.
Ул шулай уҡ хәбәрселәрҙең һорауҙарына яуап бирҙе. Башҡортостанда ойошторолған донъя кимәлендәге Евразия фәнни-белем биреү үҙәгенә ҡағылышлы министр урынбаҫары яңы ойошманың потенциалы, перспективалары һәм йүнәлештәре дөрөҫ һайланыуына шикләнмәүен белдерҙе, был күрһәткестәрҙе федераль комиссия билдәләгәнен әйтте. Шулай уҡ Рәсәйҙең фән һәм юғары белем министрлығы юғары уҡыу йорттарын үҫтереүҙең яңы программаһын әҙерләй. Унда республика университеттары ла әүҙем ҡатнашасағына шик юҡ.
Республика Башлығы Радий Хәбиров иһә Рәсәйҙең Фән һәм юғары белем министрлығы вәкилдәре республикала йыш булыуын, төбәк властарының ведомство менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итеүен билдәләне.
– Әммә бер урында торорға ярамай, шуға әлеге ваҡытта фәнни-белем биреү үҙәгенең йөкмәткеһе буйынса эш алып барыла, юғары уҡыу йорттары-ара кампус төҙөлөшө, ҙур университет төҙөү башланғысы ла иғтибар үҙәгендә. Был ҡатмарлы проекттың потенциалы ҙур. Дмитрий Владимирович әйтеүенсә, алдағы йылдарҙа юғары белем биреү тармағын үҫтереүҙең төп векторы булып “Өҫтөнләк 2030” федераль программаһы торасаҡ. Ул ҙур һәм көслө юғары уҡыу йорттарын һайлау мөмкинлеген бирәсәк. Уларға административ, финанс, фәнни ярҙам күрһәтеләсәк. Маҡсат бер: беҙҙең белгестәр республикала ҡалһын һәм бындағы юғары уҡыу йортонда белем алғаны тураһында ғорурлыҡ менән әйтһен өсөн беҙгә ҙур университет проекты өҫтөндә күп эшләргә кәрәк, - тине Радий Фәрит улы.
Башҡорт дәүләт һәм Өфө дәүләт авиация техник университеттарын берләштереү мәсьәләһенә килгәндә, Дмитрий Афанасьев, был проект “Приоритет 2030” программаһына ярашлы ярҙам алыуға иҫәп тота ала, беҙ һеҙҙең башланғысты хуплайбыҙ, тип белдерҙе.
Программаға инәсәк юғары уҡыу йорттары исемлеген махсус Совет билдәләйәсәк.
Фото: glavarb.ru
Читайте нас