Белем һәм тәрбиә
23 Март 2021, 15:16

Йәш булһа ла, һынатманы

Ырымбур өлкәһендә һәләтле педагогтарҙы асыҡлау маҡсатында йыл һайын “Ырымбур уҡытыусыһы” һөнәри оҫталыҡ конкурсы уҙғарыла. Уның быйылғыһы халыҡ шағиры Рауил Бикбаевтың тыуған яғында – Переволоцк районында ике көн дауамында үтте.

Ырымбур өлкәһендә һәләтле педагогтарҙы асыҡлау маҡсатында йыл һайын “Ырымбур уҡытыусыһы” һөнәри оҫталыҡ конкурсы уҙғарыла. Уның быйылғыһы халыҡ шағиры Рауил Бикбаевтың тыуған яғында – Переволоцк районында ике көн дауамында үтте.
Конкурсҡа өлкәнең төрлө төбәк­тәренән 18 уҡытыусы көс һынашты. Төйлөгән районы намыҫын Аллабирҙе урта мәктәбенең инглиз теле уҡытыусыһы Әлиә Филүз ҡыҙы Төркмәнова яҡланы. Ул 18 уҡытыусы араһында алтынсы урынға сыҡты. Коллегалары, дуҫтары йәш белгестең уңышына ихлас һөйөндө.
– Хеҙмәттәштәремдең иғтибары, йылы һүҙе, ышанысы миңә көс бирҙе. Мәктәп хакимиәтенә рәхмәт, әҙерлә­нергә ваҡыт бирҙе, Вадим Вәдит улы компьютер техникаһы яғынан ҙур ярҙам күрһәтте. Химия уҡытыусыһы Гөләйшә Әсҡәт ҡыҙы әсәләрсә йылы һүҙҙәрен йәлләмәне. Ғаиләм дә булышлыҡ итте. Бергә эшләгән коллективымды, мәктә­бемде яратам, минең өсөн ул – иң яҡшыһы, иң һәйбәте. Ярышта ла ошоно күрһәткем килде. Ауыл мәктәбе булһаҡ та, башҡаларҙан ҡалышмайбыҙ. Конкурс мине бик күп нәмәгә өйрәтте, – тине коллегабыҙ.
Эйе, йәш булыуына ҡарамаҫтан, Әлиә Төйлөгән районы буйынса үҙ предметынан призерҙар әҙерләне, уҡыусыларын төрлө ярыштарға алып сыҡты, балаларға сифатлы белем биреү өсөн бар көсөн һалып хеҙмәт итә. Балаларҙы ихлас яратҡан, талапсан, тырыш уҡытыусы дәресенең бер минутын да бушҡа сарыф итмәй, тәнәфес ваҡыттарында ла уҡыусылары педагогты уратып ала.
Әлиә Филүз ҡыҙы Ырымбур педагогия колледжын тамамлағас, Аллабирҙе мәктәбендә эш башлай. Мәктәптә туғыҙ йыл дауамында инглиз теле серҙәрен аса. Ситтән тороп Ырымбур педагогия институтының инглиз теле факультетын тамамлай. Ауылда үҙенең яҙмышын осрата: бөгөн Әлиә менән Рәсүл Төркмәновтар ғаиләһендә ике матур ҡыҙ үҫә. Ҡыҙҙары Алһыу быйыл беренсе класҡа уҡырға барҙы. Уҡытыусыһы Ләйлә Ирек ҡыҙын ярата, һәр дәрескә ҡыуанып, шатланып, бик теләп бара. Икенсе ҡыҙҙары балалар баҡсаһына йөрөй.
Ни сәсһәң, шуны урырһың, ти халыҡ. Һөнәрен, эшен яратҡан, мәктәбенә тоғро уҡытыусылар барында илдең киләсәге яҡты, өмөтлө булыр, тип юрайыҡ.
Ырымбур өлкәһе,

Төйлөгән районы.
Читайте нас