Ошо хәл буйынса Республика клиник психотерапия үҙәгенең психологик оҙатыу һәм иҫкәртеү бүлеге мөдире, медицина психологы, психология фәндәре кандидаты, Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығының штаттан тыш баш белгесе Ирина Рудольфовна Хохҡа мөрәжәғәт иттек.
– Юғары кимәлдәге агрессия – бала-үҫмер йәшендә таралған күренештәрҙең береһе. Барыһы ла мәктәпкәсә тиклемге осорҙа башлана, әммә күптәрҙең йәмғиәттә үҙ-үҙен тотоу һәм тәртип ҡағиҙәләрен үҙләштереү, тормош тәжрибәһе туплау һөҙөмтәһендә, был һыҙат тоноҡланып ҡала. Бәғзе үҫмерҙәрҙә ул һаҡлана, үҙ-үҙен тотоу нормаһына әүерелә, үҫешә һәм шәхес сифатына әйләнә. Быға ғаиләләге тәрбиәгә, үҙ-ара мөнәсәбәттәргә ҡушып, телеэкрандарҙан ағылған агрессия, компьютер уйындары ла булышлыҡ итеүе ихтимал. Шулай уҡ тиҫтерҙәренең насар миҫалы ла, агрессив тотошо ла, һис шикһеҙ, үҫмерҙәргә йоғонто яһай. Әммә был шарттар бөтәһенә лә берҙәй тәьҫир итә икән, тип уйларға ярамай. Был – шәхсән күренеш.
Агрессивлыҡ хаҡында, әлбиттә, тышҡы күренештәр буйынса ғына фекер йөрөтөргә ярамай, уның төп сәбәптәрен һәм уға бәйле кисерештәрҙе асыҡлау мөһим. Бының өсөн белгескә мөрәжәғәт итеү фарыз. Психологтың иһә табипҡа йүнәлтеүе лә ихтимал.
Балалар агрессияһының үҙенсәлектәренә килгәндә, уның нигеҙендә күрәләтә, йәғни маҡсатлы рәүештә башҡа кешегә ҡаршы хаслыҡ ҡылыу теләге ята.
Агрессияның төп өс функцияһы бар:
Беренсе сиратта, агрессия — үҙеңде “МИН” төшөнсәһен күҙаллаған йә ысынбарлыҡтағы хәүефтән һаҡлауҙың иң яҡшы юлы. Бындай агрессия сағылышы кешенең “МИН” төшөнсәһен нисек аңлауынан, шәхес булараҡ, ниндәй һыҙаттарын баһалауҙан тора.
Икенсенән, агрессия — психологик көсәргәнештән ҡотолоу юлы. Кеше асыуын сығарырлыҡ объект эҙләй.
Өсөнсөнән, түбәндәге маҡсатҡа өлгәшеү: “Ошо ишекте асып үткем килә, шуға ла юлымда кем осрай, бөтәһен дә этеп китәм”.
Үҫмерлек осоро һәр кеше тормошонда иң ҡатмарлы һәм ҡапма-ҡаршылыҡлы осор булып тора. Эске тормоз, үҙ-үҙеңә контроль, ҡылыҡтарыңды көйләү механизмдары, тирә-яҡ мөхиттәге ваҡиғаларға һайлап һәм баһалап яуап биреү һәләте, атап әйткәндә, өлкәндәргә хас холоҡ-фиғел һыҙаттары артабанғы үҫеш осорҙарында – йәшлектә нығына, тотороҡлана.
Унан тыш, тағы бер үҙенсәлеккә иғтибар йүнәлтеү фарыз. Пандемия билдәһеҙлектән стресс кисереүгә, киләсәк өсөн борсолоуға уңайлы шарттар булдырҙы. Был тойғоларҙың агрессия һәм ҡанһыҙлыҡ рәүешендә сағылыуы ла ихтимал.
Пандемияның замандаштарға йоғонтоһон билдәләү буйынса психологтарҙың тәүге тикшеренеүҙәренең һөҙөмтәһе социаль психоз күренештәре (“ҡыҫҡа ваҡытлы аҡылдан яҙыу”) артыуын күрһәтә. Бындай осраҡтар кешеләрҙең үҙҙәренә, яҡындарына ҡарата вәхшилеге, аяуһыҙлығы менән хайран ҡалдыра һәм ошо ҡылыҡтарҙың аныҡ ҡына сәбәбе лә булмауы асыҡлана.
Минең фекеремсә, үҫмерлек осоро көрсөгө, эмоциональ “шартлау”, үҙ-үҙеңде тотоуҙы күҙаллай алмау – тап бына ошолар Пермь өлкәһендәге ҡанлы фажиғәгә килтергән “детонатор” булып тора, – тип билдәләне Ирина Рудольфовна.
...Балалы тормош – мең хәсрәт, балаһыҙ тормош – бер хәсрәт, ти башҡорт халыҡ мәҡәле. Был сабый донъяға килгәс тә, ата-әсәнең иңенә оло яуаплылыҡ ятҡанын, баланы бөтөн күңелле, инсафлы, тәртипле һәм тормошто яратыусан итеп тәрбиәләү өсөн уның яҡындарынан бихисап көс, күңел йылыһы, ихласлыҡ талап ителеүен аңлата. Ни сәсһәң, шуны урырһың: балаларыбыҙға ҡарата илтифатлы, иғтибарлы булайыҡ, йөрәк йылыһын йәлләмәйек.