Балағыҙҙың ҡайһы саҡта алдағанын, фәстергәнен тояһығыҙмы? Был күренештең төрлө сәбәптәре булыуы ихтимал. Психолог һүҙҙәренә ҡолаҡ һалығыҙ: “Я-родитель” порталы белгесе Ольга ДОРОХОВА түбәндәге үҙенсәлектәрҙе билдәләй.
1. Аныҡ талаптар һәм тыйыуҙар булырға тейеш. Ҡылыҡтар өсөн асыҡ, баланы кәмһетмәгән санкциялар системаһын булдырығыҙ.
2. Бала менән даими рәүештә күңелгә ятышлы шөғөлдәргә тотоноғоҙ: ул үҙен ташланған тип тоймаһын, насар ҡылыҡ һәм провокация аша һеҙҙең иғтибарҙы йәлеп итеү теләге тыумаһын.
3. Ғаиләләге өлкәндәр араһындағы мөнәсәбәттәр тигеҙ булһын, үҙ-ара аңлашып йәшәргә тырышығыҙ. Юҡһа, бала әсә менән – атайҙы, атай менән бергә әсәйҙе тәнҡитләп ултырасаҡ.
4. Бала янында үҙегеҙҙең хаталарығыҙҙы таный һәм ғәфү үтенә белегеҙ. Хәлде төҙәтеү ысулдарын тәҡдим итегеҙ. Был баланы ҡыйын һәм үҙен ғәйепле тойған осорҙа үҙ-үҙенә бикләнеүҙән, алдауҙан һаҡлаясаҡ, ул аралашыуға барасаҡ.
Алдағанға нисек яуап бирергә?
1. Баланың ҡылығына ҡарата ҡәнәғәтһеҙлек күрһәткән мәлдә уйланығыҙ: ғаилә мөнәсәбәттәрендәге ниндәй хәл балаға ғәҙел булырға ҡамасаулай, ул ата-әсәнең ниндәй ҡылығынан ҡурҡа?
2. Әгәр бала алдағанын таныһа, маҡтағыҙ: “Ғәйебеңде танырға көс тапҡас, афарин. Бының еңел түгеллеген аңлайым. Әйҙә, хәлде төҙәтеү юлын бергә уйлайыҡ”.
3. Хәҡиҡәт билдәле икән, белмәмешкә һалышмағыҙ. Мәктәпкә бармауы тураһында хәбәр иттеләрме? “Дәрестә нимәләр булды?” – тип һорау урынһыҙ. Был алдауға этәрә. Тура әйтегеҙ: “Уҡытыусы шылтыратты. Ни өсөн мәктәпкә барманың?”
4. Мәктәпкәсә йәштәге балаларҙың вәғәҙәләренә бигүк ышанырға ярамай. Был йәштә вәғәҙәләрҙең үтәлмәүе – насар ниәт түгел, ә өлгөрөп етмәгәнлек билдәһе. Уны алдаҡта фашламағыҙ, ә уйланғанды-ниәтләгәнде тормошҡа ашырыу сараһын бергә уйлағыҙ.