Һәр ата-әсә балаһына яҡшылыҡ теләй. Әммә ҡайһы саҡта теләк-талаптар саманан ашып китмәйме? Бәғзе осраҡта уларҙың өмөттө аҡламауы ла ихтимал бит. Билдәле психолог Марина МЕЛИЯ иһә балаларға артыҡ бәйләнмәҫкә һәм эште үҙегеҙҙән башларға саҡыра. Бөгөн уның ете кәңәшен тәҡдим итәбеҙ: улар ғаиләләге мөнәсәбәттәрҙе әленән үк яҡшырта башлауға булышлыҡ итәсәк.
“Чемпион” түгел, кеше тәрбиәләгеҙ
Балабыҙҙы ниндәйҙер өлкәлә фәҡәт беренсе һәм иң шәп итергә ынтылырға тейеш түгелбеҙ. Киреһенсә, уның белем алыуы, ниндәйҙер маҡсаттарҙы тормошҡа ашырырға, үҙен контролдә тоторға, кешеләр менән аралашырға өйрәнеүе кәрәк.
Дуҫтар һайларға рөхсәт итегеҙ
Бала үҫә һәм кем менән аралашыуын үҙе һайларға теләй. Әлбиттә, уның һеҙ билдәләгән, “маркалаған” кешеләр түңәрәгенән ҡотолғоһо килә. Һис шикһеҙ, уның быға хоҡуғы булырға тейеш.
Рөхсәт итеү сиген билдәләгеҙ
Балалар өсөн сиктәр мотлаҡ: нимә ярағанын-ярамағанын аңлаһын, үҙ-үҙен тоторға өйрәнһен өсөн. Әгәр ҙә улар билдәләнмәгән булһа, үҫмер сиктәрҙе үҙенсә, хаталар һәм һынауҙар аша билдәләй башлаясаҡ. Ә был һеҙҙең өсөн дә, уның өсөн дә үтә ҡиммәткә төшөүе ихтимал.
Тыңларға һәм ишетергә өйрәнегеҙ
Бала менән әңгәмәләшеү “ауыр килешеү” вариантына тиң. Партнерҙы аңлау өсөн һеҙгә һәр деталгә иғтибарлы булыу, һәр һүҙҙе ишетеү фарыз. Әммә “техника” менән артыҡ мауығып китмәгеҙ: әгәр ҙә ихласлыҡ, ысын хис-тойғо, йылылыҡ, аңлай белеү юҡ икән, бер алым да ярҙам итмәйәсәк, киреһенсә, зыян килтерәсәк, баланы ҡуҙғытасаҡ, арағыҙҙы алыҫайтасаҡ.
Ғөмүмән, яза биреүҙе башҡа юлдар ҡалмағанда ғына ҡулланырға мөмкин. Һәр алым, уны ни тиклем һирәгерәк ҡулланһаң, шул тиклем һөҙөмтәлерәк эшләй.
Әгәр балаларға бөтә ғәмәлдәрҙе лә тыймаһағыҙ, улар нимәлер эшләргә рөхсәт һораясаҡ, ә һеҙ ваҡытын нимә менән уҙғарғанын белеп торасаҡһығыҙ. Рөхсәт биреү ата-әсә абруйын бик тә юғары күтәрергә һәләтле.
Үҙаллы һайлау мөмкинлеге булһын
Ата-әсә бурысы – балала бәләкәй генә сағынан тәүәккәллек, ҡыйыулыҡ тәрбиәләү. Уларҙың һайлауы уйланылған, ихтимал эҙемтәләре күҙалланған булырға тейеш. Һайлау мөмкинлектәрен дә айырырға, кире һәм ыңғай яҡтарҙы, альтернативаны баһаларға өйрәтеү ҙә фарыз.