Белем һәм тәрбиә
24 Март 2021, 03:43

“Бейепме килә аҡбуҙат? Уйнап килә аҡбуҙат!”

Мәктәптә телдәр аҙналығы уҙҙы.

Беҙҙең мәктәптә туған телдәр аҙналығы үҙенә күрә күркәм байрам төҫө ала. Быға уҡытыусылар ҙа, уҡыусылар ҙа күнеп бөткән. Шуға күрә быйыл да, сикләүҙәргә ҡарамаҫтан, “Телһеҙ кеше – ярты кеше” девизы менән байрамса, ҙур тамаша итеп үткәреп ебәрҙек.


“Башҡортостан буйлап сәйәхәт”


V класҡа IX класс апай-ағайҙары һәм уҡытыусылары Алина Рәмил ҡыҙы Айытбаева “Башҡорт батырҙары эҙенән...” тип аталған квест ойошторҙо, татар теленән уҡытҡан Зөмрә Ғәлимхан ҡыҙы Сафина “Гүзәл Өфөм – минең баш ҡалам” тигән темаға викторина һәм милли аштар күргәҙмәһен асып, телеңде йоторлоҡ тәмлекәстәр менән һыйланы. Ә бына бәләкәстәребеҙ менән беҙ ике аҙна тирәһе башҡорт мөхитендә йәшәнек. Ни генә тимә, Тыуған илгә һөйөү, туған телдәргә хөрмәт, ғорурлыҡ хистәре бәләкәс йөрәктә нисек яралһа, шулай дауам итә түгелме?
Күңелле интеллектуаль уйында II–III класс уҡыусылары, бал ҡорттарына әйләнеп, Башҡорт­остан буйлап сәйәхәт итте. Умарталарға бүленеп, ҡуйылған шарттарҙы үтәп, уңған нәҙекәй­билдәр кәрәҙҙәрҙе бал менән тултыра барҙы. “Башҡорт теле, әҙәбиәте, мәҙәниәте, тәбиғәте, хатта тарих буйынса һорауҙар булды”, – ти III класс уҡыусыһы Алихан Вәлиуллин. “Миңә командам өсөн бик эшлекле һәм файҙалы бал ҡорто булыу оҡшаны”, – ти Лев Чунтонов. Әйткәндәй, был малай­ҙар менән берлектә Искәндәр Байрамғолов, Искәндәр Ғиззәтул­лин да үҙҙәрен иң шәп бал ҡорттары итеп танытты. “Тыуған яҡты яратып, уның тарихы менән ҡыҙыҡһыныусылар бихисап икән дә!” – был һүҙҙәр иң әүҙем ҡыҙыбыҙ Софья Филиппованыҡы. Бәләкәстәргә уйын бигерәк тә оҡшаны. Теләр-теләмәҫ кенә һаубуллашты улар. Йышыраҡ уйнарбыҙ, тип һүҙ бирергә ҡалды үҙебеҙгә.


Кем оҫта?


Бәләкәстәр уҡытыусылары менән дауамлы хеҙмәт талап иткән күргәҙмәләр ҙә ойошторҙо. “Әҙәби галерея”, “Беҙҙең өйҙөң йәме” тип аталған күргәҙмәләрҙә бәләкәс­тәрҙең рәсемдәре урын алды. “Башҡорттарҙың матди мәҙәниә­те”, “Башҡорттарҙың тарихи йәшәйеше” тип аталғандарында ҡул эштәре ҡуйылды. Ярышырға, үҙ көсөн һынап ҡарарға теләүсе­ләрҙең һаны йөҙҙән ашты! Бәләкәстәрҙең ижад емештәрен баһалау еңелдән булманы. Жюри ағзалары утыҙлап баланың эшен иң яҡшыһы тип билдәләне.


Аҡ тирмәлә ҡунаҡта


Башланғыс класс уҡыусы­лары­на “Аҡ тирмә”лә ҡунаҡта булыу бәхете лә тейҙе. Башҡорт теле уҡы­тыусылары балаларҙы баш­ҡорт милли мәҙәниәте менән та­ныштырҙы. Башта бәләкәстәр йәйләүгә юлланды, тирмәне өйрә­неп, эске биҙәлеше менән, артабан башҡорт милли аштары, биҙәүес­тәре һәм милли кейемдәре менән танышты.
Өләсәй һандығына ла күҙ һал­дылар. Күргәҙмә әсбапта бала­ларҙың да ҡул эштәрен ҡулланыу отошло булды. Ә бына милли кейемдәрҙе, боронғо һаҡал, иҙеү, биҙәүестәрҙе I класс уҡыусыһы Айхан Юлмөхәмәтов­тың өләсәһе тәҡдим итте. Күпселек бәләкәстәр өсөн был сара ҙур асыш ине.


“Бейепме килә аҡбуҙат? Уйнап килә аҡбуҙат!”


Тап ошондай исем менән аталды иң күләмле сарабыҙ – был шиғри юлдарҙың авторы Лариса Хашим ҡыҙы Абдуллина менән осрашыу. Бәләкәй класс уҡыусы­ларына әүәлгесә уйын тәҡдим ителде. Ете башлы аждаһанан ете серле йоҙаҡҡа бикләнгән Аҡбуҙатты ҡотҡарыу балалар алдына ҡуйылған маҡсат ине. Ете башлы аждаһа уйындың һәр йоҙағына “Аҡбуҙат” журналының “Арҙаҡлы башҡорттар”, “Тәтелдәк”, “Башватҡыстар”, “Бәпембә”, “Милли рух – һынлы сәнғәттә”, “Ба­лаларға күнекмә”, “Донъя әҙәбиәте – башҡорт телендә” рубрикалары өсөн үҙ шартын ҡуя барҙы.

Тәүге рубрикала бәләкәстәр Ш. Бабич исемендәге республика йәштәр премияһы, Ш. Хоҙай­бир­ҙин, Ә. Хәкимов исемендәге премиялар лауреаты, Башҡортос­тан­дың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәт­кәре, Башҡортостан Яҙыусылар һәм Журналистар союздары ағ­заһы, “Аҡбуҙат” журналының баш мөхәррире, көтөп алған ҡунаҡ Лариса Абдуллина менән яҡындан танышты, ихлас аралашты.
Киләһе йоҙаҡ асҡыстарын Валерия Сорокина йырлап, һуңынан күмәкләп башҡорт телендә тел шартлатып, башватҡыстар сисеп, шулай уҡ шағирәнең шиғырҙарын башҡорт һәм рус телендә балалар һөйләп ишеттерһә, “Милли рух – һынлы сәнғәттә” йоҙағына асҡысты бәләкәй малай һәм ҡыҙҙар үҙҙәре­нең һүрәттәрен тәҡдим итеп алды.
Ә бына “Донъя әҙәбиәте – башҡорт телендә” рубрика-йоҙаҡ асҡысын йәш шағирыбыҙ Арсен Фәтҡуллин һәм Лариса Абдуллина асты. Арсен үҙе ижад иткән шиғырҙарын уҡып ишеттерҙе. Тиңдәштәренең ”Нисек шиғыр тыуа?” тигән һорауына, ул ихлас балаларса яуап ҡайтарҙы: “Мин, мәҫәлән, үҫеп ултырған бәпембәне тапап киткәндәрен күрһәм дә хисләнәм. Тәне ауырталыр инде уның...” Йәш шағирҙың һәләтен мөхәррир шунда уҡ күҙгә элде. Һәм “Баҫтырыш” тигән шиғырын балалар алдында башҡорт теленә тәржемәләне, бынан ары ижад емештәрен редакцияға ебәреп торорға кәңәш итте. Киләсәктә Арсендың шиғырҙары журнал биттәрендә баҫылып сығырына һис шикләнмәйбеҙ. Шиғри күңелле балаларҙы Лариса апайҙары рәтендә күрергә насип итһен.
Бәләкәстәргә Лариса Абдуллина ла күстәнәстәр менән килгәйне. Шағирә бәләкәйҙәргә журналдың яңы һандарын, “Урал батыр” комикстар йыйынтығын, Г. Моста­финаның “Искәндәр кисергәндәр” исемле китабын бүләк итте, ә иң әүҙем ҡатнашыусыларға Аҡбуҙат амулеттарын тапшырҙы. Бәлә­кәстәр ҙә Лариса Абдуллинаға оло рәхмәт әйтеп, тағы ла осра­шырға теләк белдерҙе. Уҡыусы­ларыбыҙ, йола булараҡ, осрашыу аҙағында иҫтәлеккә фотоға төшөп, ҡа­натланып таралышты.
Өфө ҡалаһы.
Читайте нас