Күптән түгел тотош Рәсәйҙе Пермь өлкәһендәге ҡот осҡос хәл тетрәндерҙе: тәфтишселәр фаразы буйынса, 16 йәшлек үҫмер үҙенең яҡындарын – тотош ғаиләне айырыуса ҡанһыҙлыҡ менән үлтереп ҡасҡан...
Ваҡиғаның нескәлектәре башҡа һыймай: малай атаһын да, әсәһен дә, 12 йәшлек һеңлеһен дә йәлләмәгән. Ябыҡ, ҡураныс ҡына кәүҙәле үҫмер бындай вәхшилекте нисек ҡыла алған?! Баҡһаң, ул тәүҙә эштән ҡайтҡан әсәһенә балта менән һөжүм иткән. Уның ғүмерен ҡыйғандан һуң, йортҡа саҡ ҡына һуңыраҡ килеп ингән атаһына ташланған. Ихата эсендә иһә мәктәптән ҡайтып килгән һеңлеһенең ғүмерен өҙгән...
Ваҡиға урынынан ул, такси саҡыртып, Екатеринбург яғына юлланған. Өйҙән яҡындарының банк карталарын, аҡсаларын алған. Сығып китер алдынан атаһының мәйетенә үҙенең кейемдәрен кейҙергән. Тап ошо хәл тәфтишселәрҙең эшен бер аҙ бутаған да: иртәгәһенә, хәл асыҡланғас, хоҡуҡ һаҡлау органдары вәкилдәре тәүҙә яҡындарын ғаилә башлығы үлтереп ҡасҡан, тигән һығымта яһаған, сөнки, тәү ҡарамаҡҡа, бите үтә ныҡ яраланған кешенең кем икәнлеген танырлыҡ та булмаған...
Ҡанһыҙлығы менән хайран ҡалдырған малайҙы Екатеринбургта ҡулға алғандар. Әле ул һаҡ аҫтында, уға психолог-психиатрия экспертизаһы тәғәйенләнгән. Һорау алғанда үҫмер тәфтишселәргә, енәйәтте атай-әсәйем даими психологик баҫым яһағанға ҡылдым, тип белдергән. Йәнәһе, унан яҡшы билдәләр талап иткәндәр, эш ҡушҡандар һәм башҡалар...
Үҫмерҙе бындай ҡот осҡос аҙымға нимә этәргән? Ата-әсә әрләгән һәм нимәлер талап иткән осраҡта ла, уларҙан шундай юл менән үс алыуҙы нисек аңлатырға? Фажиғәгә юл ҡуймаҫҡа мөмкин инеме? Нисек балалағы киҫкен үҙгәрештәрҙе ваҡытында күрергә?
Әлбиттә, бындай башҡа һыймаҫлыҡ енәйәт тураһында уйлау ҙа ҡурҡыныс. Был фажиғәлә 12 йәшлек ҡыҙ бигерәк тә йәл: малайҙың, бәлки, ата-әсәһенә ниндәйҙер дәғүәһе булһа ла (әммә үлтереү өсөн барыбер был сәбәп түгел!), баланың ниндәй ғәйебе бар һуң?
Малайҙың кисерештәрендә, ошондай аҙымға барыуында кем ғәйепле, тигән һорау ҙа урынһыҙ кеүек. Әлбиттә, үҫмергә тикшереүҙәр үткәргәндән һуң, уның һаулыҡ торошо ла билдәләнәсәк. Әгәр ул үҙ аҡылында һәм вәхшиҙәрсә ҡылығына яуап бирерлек тип табылһа, закон алдында яуап тотасаҡ, ә психик тайпылыштар табылған осраҡта, уны мәжбүри рәүештә оҙайлы дауалау көтә.
Шул уҡ ваҡытта, ошо хәлде ишеткәс, бала үҫтергән, тәрбиәләгән һәр кем уйланырға тейеш: үҫмер бит ҡәбәхәт булып тыумаған, моғайын, башҡа тиҫтерҙәре кеүек, ҡыҙыҡһыныусан, шуҡ, ҡәҙимге малай булғандыр, баҡсаға һәм мәктәпкә йөрөгәндер. Һис шикһеҙ, уның шәхес булып формалашыуында тирә-йүндәге мөхиттең тәьҫире ҙур, үҫеш процестары фәҡәт мөнәсәбәттәр яҫылығында бара. Әммә һәр бәләнең дә, бәхеттең дә башы ғаиләлә түгелме ни?..
Бына ошонда инде уйланырға урын бар: ҡот осҡос ярһыу тулҡынында башҡа һыймаҫлыҡ енәйәткә барырлыҡ хәлгә еткергәнсе, иң яҡын кешеләрен үлтереүҙе планлаштырғансы, ошо бәләкәй кеше менән нимә ҡылмаҡ кәрәк? Бындай холоҡ-фиғел билдәле шарттарҙа формалаша. Статистика мәғлүмәттәренән шул билдәле: енәйәтселәрҙең күпселеге бала саҡта физик, эмоциональ, сексуаль көсләүгә дусар булған. Ҡаты бәғерлелек ҡаты бәғерлелек тыуҙыра – быны инҡар итеү мөмкин түгел.
Психологтар билдәләүенсә, даими рәүештә теләһә ниндәй формалағы көсләүгә дусар булыусыларҙа нәфрәт тойғоһо йыйыла, ул ҙурайғандан-ҙурая бара. Уның билдәле бер ваҡытҡа тиклем сыҡмауы, һиҙелмәүе лә ихтимал, ә инде бер урғылһа... “Түҙемлек кәсәһе” түгелһә, баш етмәҫлек енәйәттәр ҡылыныуы ла ихтимал. Пермдәге хәл дә – ошоноң бер миҫалы.
Был енәйәтте иҫкәртеп булғанмы? Үҫмерҙе кәмһеткәндәрме, туҡмағандармы – билдәле түгел, әммә шуныһы мәғлүм: бала янында һәр саҡ кемдер булған бит. Өлкәндәрҙең бәләкәй генә әүҙемлеге лә, иғтибары ла, бәлки, ошо фажиғәне иҫкәртә алыр ине. Мәҫәлән, әгәр ҙә ғаиләлә малайҙың хәл-торошо менән ҡыҙыҡһынһалар, күңелһеҙләнгәнен тойһалар, ниндәйҙер үҙгәрештәрҙе һиҙһәләр, бәлки, был тиклем фажиғә булмаҫ та ине. Ә бит бәғзе саҡта үҫмергә йылы һүҙ, иғтибар, аңлау һәм тыңлау ҙа етә...
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, балаларҙың бер ниндәй айырым билдәләре лә, баҫа-һүндерә торған “төймәләре” лә юҡ. Уйлап ҡараһаң, һәр бала, ғәмәлдә, атаһы һәм әсәһе янында ни бары ике тиҫтә йыл самаһы ваҡытын үткәрә, унан үҙаллы тормош юлына аяҡ баҫа, ләкин тап ошо йылдарҙа уның тормош юлы буйлап атларлыҡ ҡеүәтенең нигеҙе һалына, холоҡ-фиғеле формалаша. Шуға ла ата-әсәләр һәм балалар ошо йылдарҙы мөмкин тиклем матур итеп, һәр көндөң ҡәҙерен белеп үткәрһен ине...
Әлбиттә, барыһы ла ғаиләнән башлана, тиһәк тә, үҫмерҙең хәл-торошон мәктәптәге йәштәштәре йә уҡытыусылары күрмәүенә лә хайран ҡалырлыҡ. Малайҙың, бәлки, үҙе генә хәл итә алмаған проблемалары булғандыр, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, улар бер кемде лә ҡыҙыҡһындырмаған... Битарафлыҡ бәләһе лә был, бер яҡтан.