Бала саҡтан яратып һайлаған һөнәренә тоғро ҡалып, бар ғүмерен балалар уҡытыуға арнаған Лилиә Лотфуллина – ысын мәғәнәһендә оло йөрәкле, үҙ эшен яҡшы белгән, тәжрибәле педагог.
Баймаҡ районының Күсей ауылында тыуып үҫкән Лилиә бәләкәйҙән уҡытыусы булырға хыяллана. “Мин уҡыуға бармаҫ элек үк уҡытыусы булырға хыялландым. Күрше-тирә балаларын йыйып алып, атайҙың ҙур сумаҙанына китап-дәфтәр һалып, ихлас уҡыта торғайным. Хатта үҙ белдегем менән яҙған конспекттарым әле лә һаҡлана. “Һаумыһығыҙ, балалар, ултырығыҙ...” тип үҙемсә һыҙғылап ҡуйғанмын”, – ти ул.
Бала саҡтан ошо һөнәр хаҡында хыялланыуы уны Сибай педагогия училищеһына алып килә. Студент сағында тырышып уҡый, төрлө сараларҙа әүҙем ҡатнаша. Ҡулына диплом алғас та, күптәр кеүек ҡала тормошон һайламай ул, тыуған яғына эшкә ҡайта. Хеҙмәт юлын Иҫәнбәт башланғыс мәктәбендә башлай, артабан яратҡан эшен тыуған ауылында дауам итә. Лилиә Салауат ҡыҙы, белем биреү менән бер рәттән, Башҡорт дәүләт университетының Сибай институтында белем ала. Бер уҡыу йортон тамамлап, белем биреү өлкәһендә ярайһы тәжрибә туплаған Лилиә Лотфуллинаға институтта уҡыу еңел бирелә, төрлө сараларҙа ҡатнаша, фәнни-ғәмәли конференцияларҙа сығыш яһай.
Бар яҡлап тырыш студентҡа, институтты тамамлағас та, уҡыу йортоноң нәшриәт редакцияһында эш тәҡдим итәләр. Тәүҙә – корректор, аҙаҡ хәбәрсе булып эшләй, “Юлдаш” гәзитен сығарыуға үҙ өлөшөн индерә.
Өлгәшелгәндәрҙән ҡәнәғәтлек кисереп, туҡталып ҡала торғандарҙан түгел ул. Һәр саҡ үҫешкә, камиллыҡҡа ынтыла. Балаларҙы яратыуы, мәктәп тормошо барыбер үҙенә тарта, уҡытыусылыҡ эше күңеленә яҡын икәнлеген бар йөрәге менән тоя, унһыҙ йәшәй алмауын аңлай. 2013 йылдан алып бөгөнгә тиклем Сибай ҡалаһының Рамазан Өмөтбаев исемендәге башҡорт лицейында башланғыс кластар уҡытыусыһы булып эшләй.
– Һөнәрем менән бәхетлемен, – ти уҡытыусы. – Эшкә гелән ашҡынып киләм. Уҡыусыларҙың бәләкәй генә уңышына ла ҙур шатлыҡ кисерәм, уларға ҙур ышаныс белдерәм, маҡтайым. Хеҙмәтемдең иң ҙур ҡаҙаныштары – уҡыусыларымдың еңеүҙәре, уларҙың эш һөҙөмтәләре. Ҡала күләмендә 4-се кластар араһында үткәрелгән олимпиадала дүрт фәндән дүрт уҡыусы ҡатнашты һәм барыһы ла призлы урын яуланы. Башҡорт теленән Алтынай Аҡманова – беренсе, рус теленән – Аделина Үзбәкова, тирә-яҡты өйрәнеү фәненән Айгүзәл Мәхмүтова – икенсе, математиканан Рөстәм Кинйәбулатов өсөнсө урынды яуланы. Шулай уҡ ҡалала үткәрелгән фәнни-ғәмәли конференцияла Айгиз Азаматов менән Даян Лотфуллин – икенсе, Илназ Иҫәндәүләтов беренсе урынға сыҡты. “Гагарин кубогы” олимпиадаһында Рөстәм Кинйәбулатовҡа математика буйынса республика кимәлендә призлы урын бирелде.
Һәләтһеҙ балалар юҡ, тик уларҙы күрә һәм үҫтерә белергә генә кәрәк, тигәндәй, Лилиә Салауат ҡыҙы һәр уҡыусыһы менән шәхсән шөғөлләнә, уларҙың һәләтен ваҡытында күреп, үҫтерергә тырыша, бар яҡлап ярҙам ҡулы һуҙа. Мәҫәлән, Алтынай Аҡманова әкиәттәр ижад итергә ярата, уның эштәре гәзит-журналдарҙа даими баҫылып тора. Спортты яратҡан һәм үҙ иткән уҡыусылары менән дә хаҡлы ғорурлана ул: класында профессиональ кимәлдә хоккей һәм футбол спорты менән шөғөлләнгән малайҙар ҙа бар. Кем белә, бәлки, киләсәктә тап улар Башҡортостан спортын үҫтереүгә үҙ өлөшөн индерер. Әйткәндәй, киң экрандарҙа танылыу тапҡан Мостай Кәрим әҫәре буйынса ҡуйылған “Һеңлекәш” киноһында төшкән “Рыжий” ҙа уның класында белем ала. Бәләкәй кино геройы Айгиз Азаматов күптәрҙең яратҡан геройына әйләнеп тә өлгөрҙө. Рәми Ғарипов ижады буйынса кино төшөрөлә тигәс, Даян Лотфуллин да, үҙен һынап ҡарарға теләп, кастингта ҡатнаша һәм икенсе турға уңышлы үтә.
Юғары категориялы, тәжрибәле уҡытыусы Лилиә Лотфуллина һәр дәресен үҙенсәлекле итеп үткәрә, заман технологияларын ҡулланып, яңы федераль дәүләт стандарттары талаптарына ярашлы белем бирә. Традицион уҡытыу алымдарын заман технологиялары менән уңышлы берләштергәнлектән, һәр дәресе ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс килеп сыға. Бөгөн уҡытыусы өсөн дә, уҡыусыларға ла үҙҙәрен үҫтереү яғынан мөмкинлектәр ифрат күп. Былтыр коронавирусҡа бәйле мәктәптәр дистанцияла белем биреүгә күсерелгәс, күп кенә конкурстар интернет аша үткән. Бында ла Лилиә Салауат ҡыҙы юғалып ҡалмаған, киреһенсә, төрлө семинар, конференция, вебинарҙарҙа әүҙем ҡатнашҡан. Еңеүҙәре лә юҡ түгел: былтыр ҡалала башланғыс кластар уҡытыусылары араһындағы ғилми-ғәмәли конференцияла ҡатнашып, икенсе урынды яулаған, шулай уҡ Сибай ҡала хакимиәтенең Маҡтау ҡағыҙына лайыҡ булған.
Ата-әсәләр менән тығыҙ бәйләнеш булдырған, класын мәктәптәге төрлө сараларҙа ҡатнаштыра, педагогия коллективының профком рәйесе “йөгөн” тарта. Ғөмүмән, һәр сараның башында әйҙәүсе булып тора. Уҡыусылары менән уртаҡ тел табып, кәрәк саҡта уларға кәңәшсе, өлкән апай ҙа була белә.
Эшендә генә түгел, тормошонда ла бәхетле ул: ире Мирхәт менән ике бала тәрбиәләй.