Белем һәм тәрбиә
26 Март 2021, 07:16

Таңсулпандың йондоҙло сәғәте

“Торатау” конгресс-холында үткән 26-сы төбәк-ара “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы” һәм 31-се “Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы” республика конкурстарын ябыу тантанаһында тамашалар залында алма төшөрлөк тә урын юҡ ине.

“Торатау” конгресс-холында үткән 26-сы төбәк-ара “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы” һәм 31-се “Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы” республика конкурстарын ябыу тантанаһында тамашалар залында алма төшөрлөк тә урын юҡ ине.


Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе урын­баҫары, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Раил Әсәҙул­лин, республи­кабыҙ­ҙың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин, Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды директоры Гөлназ Йосопова конкурсант­тарҙы һәм еңеүселәрҙе ҡотланы, еңел булмаған эштәрендә уңыштар теләне. Төбәк-ара “Баш­ҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы” исемен алған Өфө районы Дорогин ауылы мәктәбенең башланғыс кластар уҡытыусыһы Таңсулпан Сафетдинова һөйлә­үенсә, бындай бәйгеләр – уҡытыу­сылар өсөн ысын мәғәнәһендә тәжрибә уртаҡлашыу майҙансығы, ихлас һөйләшеү урыны. Конкурс тамам, әммә унан алған бай тәьҫораттар оҙаҡ ваҡыт күңел­дәрҙә һаҡланасаҡ.


– Һәр беребеҙ тел һағында торабыҙ, иң мөһиме – телебеҙ йә­шәй икән, тимәк, илебеҙ ҙә йәшәй, – тине сығышы менән Бишбүләк районының Ҡаныҡай ауылынан булған Таңсулпан Рәмил ҡыҙы. – Туған телен белгән баланың киләсәктә оло шәхес булыуында тамсы ла шигем юҡ. Конкурсҡа килгәндә, ғөмүмән, бөгөн һәр кем – еңеүсе!


“Башҡортостандың йыл уҡы­тыусыһы” республика конкурсында Благовещен ҡалаһының башлан­ғыс кластар уҡытыусыһы Зинера Ибәтуллинаға беренсе урын бирелде. “Башҡортостандың йыл уҡытыу­сыһы” республика конкурсы сиктә­рендә рус теле һәм әҙәбиәте уҡы­тыу­сылары (еңеүсе – Лилиә Мул­лағәлиева), татар теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары (еңеүсе – Динара Харисова), йәш уҡытыусылар (еңеү­се – Петр Белобородов) араһында ла ярыш уҙҙы. Ә абсолют еңеүсе – Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге республика гимназия-интернатының рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Лилиә Муллағәлиева!
Читайте нас