Белем һәм тәрбиә
26 Март 2021, 08:18

Ярты быуаттан ашыу тарихы бар

Башҡорт агросәнәғәт колледжында белем эстәгәндәр бер ҡасан да эшһеҙлеккә зарланмай.

“Башҡортостан агросәнәғәт колледжы” дәүләт автономиялы профессиональ белем биреү учреждениеһы – йылдам үҫеүсе алдынғы уҡыу йорттарының береһе. Педагогтарҙың бурысына яуап­лы ҡарауы, төрлө конкурстарҙың уртаһында ҡайнауы, студенттарҙың ярыштарҙа даими ҡатнашыуы уны Рәсәй кимәлендә танытты. Ҡыҫҡаһы, уҡыу йортон республикабыҙҙа ғына түгел, күрше өлкәләрҙә лә яҡшы беләләр. 1966 йылда һөнәрселек училищеһы булараҡ ойошторолған белем усағы Өфө районының Михайловка ауылында урынлашҡан. 2014 йылда ул, Иглин һәм Шишмә райондарындағы ошо йүнәлештәге училищелар менән берләштерелеп, Башҡортостан агросәнәғәт колледжы тип үҙгәртелә.


– Ярты быуаттан ашыу ваҡыт эсендә уҡыу йорто илебеҙгә кәрәкле бик күп белгестәр әҙерләп сығарған, ошо изге маҡсатты әле лә теүәл башҡара, – тип һөйләй Башҡортостан агросәнәғәт колледжы директоры Рифат Бикҡолов. – Шуныһы ҡыуаныслы, бында белем алғандар бер ҡасан да эшһеҙлеккә зарланмай. Барыһы ла эш урыны менән тәьмин ителгән, үҙ сиратында бынамын тигән донъя көтәләр. Бөгөн өҫтәмә белем биреү буйынса хужалыҡ-иҫәп йүнәлешен үҫтерәбеҙ һәм ауыл хужалығы предприятиелары өсөн кадр­ҙарҙың белемен камиллаштырыуҙы хәстәрләйбеҙ.

Хәҙер колледжда 735 студент иҫәпләнә, шул иҫәптән агросәнәғәт йүнәлешендә 338 егет һәм ҡыҙ белем ала. Йыл да ошо уҡыу йортон тамамлаған 200-ҙән ашыу белгес төрлө предприятиеларға эшкә урынлаша.
Гәзит уҡыусының уҡыу йортонда кемдәрҙең белем эстәүе тураһында ла белгеһе киләлер. IX класты тамамлаған үҫмерҙәр машина-трактор паркын техник хеҙмәтләндереүсе һәм ремонтлаусы мастер (“В”, “С”, “D”, E”, “Ғ” категориялары), ауыл хужалығы машиналарын хеҙмәтләндереүсе, умартасы һөнәрҙәренә уҡый. Уҡыу ваҡыты – 2 йыл да 10 ай. Бынан тыш, үҫмерҙәр 3 йыл да 10 ай дауамында ихата хужабикәһе тигән һөнәрҙе үҙләштерә. Ул машина менән һыйыр һауыу операторы, емеш-еләк-үҫтереүсе, ашнаҡсы-кондитер һәм иҫәпсе (учетчик) тигәнде аңлата. Тағы ла техник-механик, слесарь, “В”, “С”, “D”, E”, “Ғ” категорияларына (тракторсы), “В”, “С” категорияларына ла (водитель) уҡыталар.
Билдәләп үтелгәндәрҙән тыш, Шишмә филиалында – ашнаҡсы, Иглин филиалында иретеп-йәбештереүсе һөнәрҙәрен үҙләш­терергә мөмкин.

Ә XI кластан һуң түбәндәге белгеслеккә эйә булалар: ауыл хужалығы машиналарын һәм ҡоролмаларын файҙаланыу, шулай уҡ “В”, “С”, “D”, E”, “Ғ” категорияларына эйә тракторсы һәм “В”, “С” категориялары буйынса водитель. Уҡыу ваҡыты – 1 йыл да 10 ай.
Рифат Зариф улы әйтеүенсә, колледжға уҡырға килеүселәрҙең йылдан-йыл артыуы күҙәтелә, был бик тә шатлыҡлы күренеш. “Ауыл хужалығын үҫтереү дәүләт прог­раммаһы”н тормошҡа ашырыу буйынса бында электр менән иретеп йәбештереүселәрҙе, слесарҙарҙы, тракторсыларҙы әҙерләү яйға һалынған. Шул уҡ ваҡытта агросәнәғәт комплексына кәрәкле бүтән һөнәрҙәргә ҡыҫҡа ваҡытта уҡытыу ҙа ойошторолған.

Белем усағындағы һәр уҡытыусы һәм хеҙмәткәр бурысына яуаплы ҡарай, бөтәһе лә студенттар төплө белем алһын өсөн ҡулдарынан килгәндең барыһын да ғәмәлгә ашыра.
Башҡортостан агросәнәғәт колледжы төрлө конкурстарҙа әүҙем ҡатнаша. Мәҫәлән, VI төбәк “Йәш һөнәрмәндәр” беренселегендә (WorldSkills Russia) улар икенсе урынды яулаған. II курс студенты Кирилл Несговоров “Ауыл хужалығы машинаһын файҙаланыу” тип аталған компетенцияла көмөш миҙал алып ҡыуанған, шулай уҡ I курс студенты Айвар Сафуанов та бәхетле минуттарын (“Умартасылыҡ” компетенцияһы) кисергән.

– “Йәш һөнәрмәндәр” бәйгеһендә ҡатнашыусыларҙың артыуына нисек шатланмайһың?.. – тип дауам итә һүҙен директор Рифат Бикҡолов. – Ул бит үҙенә күрә сынығыу мәктәбе лә. Әле Кирилл Несговоровтың да, Айвар Сафуановтың да көмөш миҙал тағып колледжға ҡайтыуҙары – барыбыҙ өсөн дә ҙур мәртәбә.
Уҡыу йорто учреждениеһы етәкселеге, студенттарға төплө белем биреү менән бер рәттән, тәрбиә мәсьәләһенә лә ҙур иғтибар бүлә. “Беҙ Михайловка ауылындағы агросәнәғәт колледжын тамамланыҡ!” тип күкрәк һуғып, ғорурланһындар тигән маҡсатты ла ҡуйғандар.

Ҡыҙ һәм егеттәр буш ваҡытын файҙалы үткәрергә тырыша. Төрлө түңәрәктәрҙең һәм спорт секцияларының эшләүе, ял кистәренең, предмет аҙналыҡтарының ойошторолоуы, арҙаҡлы шәхестәр менән осрашыуҙар, тарихи урындарға һәм музейҙарға экскурсиялар һәм башҡа саралар – шуға асыҡ миҫал.
– Һүҙ ҙә юҡ, ауылдан килеүселәр беҙҙә күпләп уҡый, тимәк, барыһына ла тиерлек йәшәр урын хәстәрләү зарур, – ти Рифат Бикҡолов. – Был юҫыҡта ҡатмарлыҡтар юҡ. Ошондай үтенес менән мөрәжәғәт иткән һәр студентҡа ятаҡтан урын бирелә. Бында иһә тәртип һәм таҙалыҡ. Ятаҡ тураһында һүҙ сыҡҡас, туҡланыуҙы ла телгә алмау мөмкин түгел. Студенттарҙы тәүлегенә өс тапҡыр ашатыу ойошторолған. Төп фекеремде аңлағанһығыҙҙыр, агросәнәғәт колледжында тәрән белем алыу, махсус һөнәргә эйә булыу өсөн һәр яҡлап та уңайлыҡтар тыуҙырылған.

Михайловка ауылындағы уҡыу йортонда тормоштоң гөрләп тороуын, Шишмә һәм Иглин райондарындағы белем усаҡтарында ла уҡытыуҙың яҡшы кимәлдә ойошторолоуын билдәләне директор.


Өфө районы.
Читайте нас