Мәғариф һәм фән өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт быйыл бишенсе тапҡыр “Берҙәм дәүләт имтиханын ата-әсәләр тапшырыу өсөн берҙәм көн” Бөтә Рәсәй акцияһын үткәрә.
Бөгөн Башҡортостан Мәғариф һәм фән министрлығы был сараны Ҡ. Дәүләткилдеев исемендәге республика художество гимназия-интернаты базаһында үткәрҙе. Акция мәктәпте тамамлағандарға һәм уларҙың ата-әсәһенә БДИ-ға әҙерләнгән осорҙа психологик көсөргәнеште аҙайтыу, йәмәғәтселекте имтихан процедураһы менән таныштырыу өсөн ойошторола.
Һынауҙы ҡырҡ кеше тапшырҙы, шул иҫәптән республиканың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин, “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк бүлексәһе етәксеһе Рөстәм Әхмәҙинуров, республика Башлығы Хакимиәтенең муниципаль берәмектәр менән хеҙмәттәшлек итеү буйынса идаралығы баш кәңәшсеһе Наил Әбелғужин, матбуғат хеҙмәте етәксеһе Павел Самойлин, Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы ағзаһы Роза Хужина, билдәле шәхестәр, табиптар, журналистар, йырсылар, ата-әсәләр һ.б.
Сарала барыһы ла ҡәҙимге имтихандағыса: теркәлеү, телефондарҙы, шәхси әйберҙәрҙе тапшырыу, паспорт буйынса инеү. Бер айырма – эштәрҙе ҡыҫҡартылған ваҡытта башҡарҙылар. Имтихандың рәсми дауам итеү ваҡыты 3 сәғәт тә 30 минут булһа, сарала ҡатнашыусылар 30 минут эсендә үҙҙәрен һынап ҡараны.
“Сара республикала бишенсе тапҡыр уҙғарыла. Мартта ул барлыҡ муниципалитеттарҙа ла ойоштороласаҡ. Ата-әсәләр Берҙәм дәүләт имтиханы системаһы менән яҡындан таныша, бланктар нисек тултырылғанын, имтихан эштәре баҫтырылғанын, сканер аша үткәрелгәнен күрә. Был сара БДИ-ға әҙерләнгәндә булған көсөргәнеште кәметә. Мәктәпте тамамлағандарға иһә борсолмаҫҡа, имтихандарға тыныс әҙерләнергә кәңәш итәм”, - тине Айбулат Хажин.
Сарала ҡатнашҡан уҡыусылар ҙа акцияны ыңғай баһаланы, уны ҡурҡыуҙы бөтөрә торған ыңғай тәжрибә тип атаны.
Владимир Тютюнов, мәктәп тамамлаусының атаһы, күптән онотолған имтихан кисерештәрен иҫкә төшөрөүен, ошо мөхиткә инеү уның өсөн бик ҡыҙыҡ, файҙалы булыуын билдәләне. Сергей Давидюк та, мәктәп тамамлаусының атаһы, күнегеүҙәрҙең яҡшы аңлашылыуын, барыһының да мәктәп программаһында булыуын әйтте, балаларға уңыштар теләне.
Фотолар: республиканың Мәғариф министрлығы.