Бөйөк Ватан һуғышынан һуң Башҡорт АССР-ы нефть индустрияһы үҙәктәренең береһенә әүерелә, нефть эшкәртеү һәм нефть химияһы заводтары төҙөлә, уларҙа эшләү өсөн квалификациялы кадрҙар талап ителә.
Илебеҙҙең Нефть һәм газ сәнәғәте министрлығы ҡарары нигеҙендә 1946 йылда Черниковкала Нефть техникумы асыла. Аҙаҡтан ул Өфө нефть техникумы тип атала. Белем усағының беренсе директоры – Заһит Имаметдин улы Бәхтизин. Ул яуаплы вазифала 23 йыл арымай-талмай эшләй. Алмаштырғыһыҙ етәксе коллективтың иң сағыу шәхестәренең береһенә әйләнә. “Нефть һәм газ эшкәртеү”, “Нефть эшкәртеү заводтары ҡоролмалары” һөнәрҙәре буйынса тәүге ике төркөмгә уҡыусылар ҡабул ителә.
Кимәл еңеүҙәр менән раҫлана
1950 йылда иһә беренсе сығарылыш була. 50 йәш белгес ҡулына диплом ала. Ошо тарихи ваҡиға Яңы Өфө нефть эшкәртеү заводын сафҡа индереү менән тап килә, йәш белгестәр шул заводҡа эшкә ебәрелә.
Өфө нефть техникумы үҙенең эшләү дәүерендә республикабыҙ һәм илебеҙ хужалыҡтары өсөн 20 меңдән ашыу белгес әҙерләп сығара. Уҡыу йорто тәүҙә Ульяновтар урамындағы баракта урынлаша, ә ҡабул итеү имтихандары академик И.М. Губкин исемендәге Мәскәү нефть институты Өфө филиалының лаборатория корпусы алдында үткәрелә.
1949 йылда – киске уҡыу, ә 1956 йылда ситтән тороп уҡыу бүлектәре асыла. Бында нефть эшкәртеү һәм нефть химияһы предприятиеларынан производство алдынғылары белем ала. Шулай уҡ төрлө йылдарҙа Өфө нефть техникумының филиалдары асыла. 1954 йылда – Благовещенда, 1959 йылда Бөрөлә – киске бүлектәр, ә 1987 йылда Благовещен ҡалаһында көндөҙгө бүлектәр эшләй башлай.
1955 йылда уҡыу корпусының яңы бинаһы сафҡа индерелә, бында инде 250 студент белем ала. Алты йүнәлеш буйынса яңы һөнәрҙәр үҙләштерелә. Төп база предприятиеларынан тәжрибәле белгестәр махсус дисциплиналар буйынса дәрестәр алып бара.
А.А. Степанов, А.А. Карпинский, Н.М. Гусев, Б.Н. Бронников, Р.С. Мусин һымаҡ оҫталар етәкселегендә уҡыусылар слесарь һәм иретеп йәбештереүсе һөнәрҙәрен үҙләштерә, шулай уҡ металл эшкәртеү станоктарында эшләргә өйрәнә.
“Стәрлетамаҡ сода-каучук заводы”, “Урал-Себер”, “Төньяҡ-Көнбайыш” һәм “Көнбайыш Себер” нефть компаниялары, “Полиэф”, “Өфө нефть химияһы”, “Өфө органик синтезы”, “Новоил”, “ӨНЭЗ”, “ВНЗМ” акционерҙар йәмғиәттәрендәге, “Башҡортостан нефть продукттары”, ”Урал-Себер нефть үткәргесе”, “Газсервис”, “Баштрансгаз” ише иң ҙур база предприятиеларындағы һәм Силәбе, Рига, Ташкент, Ярославль, Одинцово, Загорск ҡалаларындағы лак-буяу заводтары уҡырға ебәргән студенттар ошонда технологик практикаға ҡабул ителә һәм диплом ала.
Өфө нефть техникумын тамамлаған күп белгестәр халыҡ хужалығының төрлө тармаҡтарында етәксе вазифаларына тиклем үҫкән, юғары дәүләт наградаларына лайыҡ булған.
Белем биреү учреждениеһы хаҡлы рәүештә үҙенең уҡытыусылары менән ғорурлана. Колледж тарихында уҡытыусыларҙың бер нисә быуыны алмашына. Педагогтар О.А. Беликова, Н.Ф. Бушуев, Е.Д. Клименко, М.В. Клименко, Г.Н. Медведев, В.А. Плетнева, А.С. Ривкинд, Ф.М. Сәлимова (Бәхтизина), М.Н. Стекольщиков, Ф.М. Стекольщикова, Г.И. Федотова, К.И. Чистяковаларҙың башланғысын һәм колледждың традицияларын дауам иткән, уҙған быуаттың 60 – 70-се йылдарында эшләгән тәжрибәле уҡытыусылар тураһында ла күп һөйләргә мөмкин.
Ә дәһшәтле фронт юлдарын үткән һәм ҡыҙыу нөктәләрҙә хеҙмәт итеп ҡайтҡан педагогтар үҙҙәренең эшенә талапсан һәм яуаплы ҡарауы менән айырылып торған. Был йәһәттән В.И. Елепина, А.А. Кайниев, Г.Н. Карпова, И.Ш. Латипова, М.К. Матюшина, З.К. Поздяева, Н.М. Пеньков, Р.М. Рябошапкина, В.В. Седова, Н.П. Чучейкина, Р.К. Янышеваларҙы телгә алырға мөмкин. 80-се йылдарҙа ла мөғәллимдәр тырышып эшләй һәм яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшә.
Студенттар һәм уҡытыусылар Өфө нефть институты профессоры, химия фәндәре докторы, доцент М.Г. Сәфәров, техникум уҡытыусылары Д.Л. Рәхимғолов һәм Р.М. Бикҡолов етәкселегендә ғилми-эҙләнеү эштәрендә әүҙем ҡатнаша. Шулай уҡ техникум уҡыусылары Өфө нефть институты менән берлектә диплом проекттары өҫтөндә лә бихисап асыштар яһай. Диплом эшен яҙған студенттар төрлө тәжрибәләр үткәрә, уникаль сәнәғәт ҡорамалдары етештереүҙә ҡатнаша, шул уҡ ваҡытта нефть эшкәртеү заводтары белгестәренең үтенесе буйынса ғилми-тикшеренеү эштәре лә алып бара.
А.Ф. Артемьев, Р.Г. Гарланова, Г.И. Иванов, И.Н. Калужская, В.И. Капорская, Э.И. Свирский һәм башҡа ғалимдар фәнни-эҙләнеү эштәрен ойоштора. Уҡытыусылар һәм студенттар ижадының юғары кимәлдә булыуы ҡалала, төбәктә, республикала үткәрелгән төрлө конкурстарҙа яҡшы һөҙөмтәләр һәм еңеүҙәр менән раҫлана.
Илебеҙ ҡәһәрле һуғыштан һуң аяҡҡа баҫа, күтәрелә башлай. Йәштәрҙең белемгә, уҡыуға булған ынтылышы уларға киләсәккә ышаныс, өмөт менән ҡарарға, тыныс тормошта яңыса йәшәргә ярҙам итә. Улар уҡытыусылар менән берлектә кабинеттарҙы һәм лаборатория бүлмәләрен йыһазландыра, химия сәнәғәте заводын төҙөүҙә, Башҡортостандың сиҙәм ерҙәрендә уңыш йыйыуҙа ҡатнаша.
Алдынғы тәжрибә майҙансығы
Өфө нефть техникумы тарихында беренсе тапҡыр хәрби хеҙмәткә тиклемге йәштәрҙе лагерға йыялар. Хәрби әҙерлек уҡытыусыһы Е.В. Клименко һәм физкультура уҡытыусыһы Г.Н. Медведев үҫмерҙәргә етәкселек итә. Улар төрлө ярыштар ойоштора. Мәҫәлән, Черниковка – Ломоносовка – Ҡыҙылъяр маршруты буйынса саңғыла, Черниковка –Октябрьский юлында велосипедта беренселәрҙән булып уҙыш үткәрелә.
Фәнни-техник прогресс осоронда буласаҡ белгестәргә ҡарата талаптар ҙа арта. Был мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә тәрбиә эшенә комплекслы ҡараш төп шарт булып тора. Студенттар төрлө олимпиадаларҙа, конкурстарҙа, фәнни-ғәмәли конференцияларҙа ҡатнаша. Уҡыу отличниктары слеты, “Иң яҡшы төркөм”, “Һөнәре буйынса иң яҡшы белгес”, “Иң яҡшы слесарь” конкурстары үткәрелә. “Орленок” хәрби-спорт уйындары, “Сәләмәтлек көндәре”, “Йәгеҙ әле, егеттәр!” конкурстары, хәрби дан уйындарына экскурсиялар, батырлыҡ дәрестәре уҙғарыу изге йолаға әүерелә. Өфө нефть техникумы командаһы СССР-ҙың Нефть сәнәғәте министрлығы үткәргән Бөтә Союз хәрби-спорт слеттарында күп тапҡыр Өфө данын яҡлай. Yҙешмәкәр cәнғәт түңәрәктәрендә ҡатнашыусылар район, ҡала смотрҙарында, конкурстарҙа лауреат, дипломант исемдәрен яулай.
Аҙаҡтан инде студенттарҙың төҙөлөш отрядтарының эше йәнләндерелә. Ун йылға яҡын улар республиканың бик күп объекттарын сафҡа индереүҙә ҡатнаша, Әстрхан өлкәһендә уңыш йыйыуға ла йәлеп ителә. Техникумдың беренсе көндәренән үк уҡыу алдынғылары, йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнашҡан студенттар һәм төркөмдәр ВЛКСМ Үҙәк Комитетының Почет грамоталары менән бүләкләнә, техникумдың Ҡыҙыл байрағы янында фотоға төшөү хоҡуғына эйә була, илебеҙҙең Герой ҡалаларына экскурсияларға юллана.
60-сы йылдар яғыулыҡ тармағының дәррәү үҫеш йылдары булып хәтерҙә ҡала: Братск ГЭС-ының уттары ҡабына, Башҡортостанда йылылыҡ электр станциялары төҙөлә. Электромеханика техникумының ситтән тороп уҡыу бүлегенә “Сәнәғәт предприятиеларында электр ҡорамалдары” һөнәре буйынса ике төркөм ҡабул ителә. Дәрестәр Өфө ҡалаһының Архитектура урамында һәм Ульяновтар урамында урынлашҡан ике мәктәптең түбәнге ҡаттарындағы тар бүлмәләрҙә, һуңынан нефть техникумында үткәрелә.
Уҡыу-консультация пунктына Г.С. Денискина етәкселек итә, ә штат буйынса иһә берҙән-бер уҡытыусы А.В. Байдукова (Карпова) эшләй. Улар педагогтар коллективының нигеҙен тәшкил итә.
Башҡортостан халыҡ хужалығы советы ҡарары менән 1961 йылдың 23 авгусында Өфө киске энергетика техникумы булдырыла һәм 357 студент яңы уҡыу йортонда ете һөнәр буйынса белем ала башлай. Шул уҡ ваҡытта техникум бинаһын төҙөү мәсьәләһе лә килеп баҫа.
Өфө энергетика техникумының беренсе директоры Е.Д. Клименко була.
1997 йылда Рәсәй Энергетика министрлығының бойороғо нигеҙендә техникум Өфө энергетика колледжы итеп үҙгәртелә. Был иһә “Электр энергияһын иҫәпкә алыу һәм бүлеү” һөнәре буйынса юғары кимәлдә инженерҙар әҙерләп сығарыу мөмкинлеген бирә. Педагогтар коллективының юғары ҡеүәте был тармаҡтағы уҡыу йорттарының эшен методик яҡтан ижади көйләүгә, уҡытыусылар һәм уҡыусылар өсөн конкурстар, төрлө олимпиадалар ойоштороуға булышлыҡ итә. Энергетика колледжы алдынғы педагогик тәжрибә менән уртаҡлашыу майҙансығына әүерелә. Колледж базаһында бик күп семинар-кәңәшмәләр үткәрелә.
2003 йылда Рәсәй Федерацияһының Яғыулыҡ-энергетика министрлығының бойороғо менән ике туғандаш уҡыу йортон – Өфө энергетика колледжын һәм Өфө нефть техникумын берләштереү һөҙөмтәһендә Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжы барлыҡҡа килә.
2007 йылда 61-се һөнәрселек училищеһы ла колледж составына инә. Бөгөн Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжы – энергетика һәм нефть йүнәлешендә ун ете һөнәр буйынса белгестәр әҙерләгән абруйлы уҡыу йорто. Көндөҙгө бүлектә – 2300, башланғыс һөнәри белем биреү бүлегендә – 400, ситтән тороп уҡыу бүлегендә 1300 студент иҫәпләнә. 2020 – 2021 уҡыу йылында бөтәһе биш мең тирәһе студент белем эстәй.
Колледж “Рәсәй урта махсус уҡыу йорттары” федераль конкурсында “Европа сифаты” алтын миҙалы менән бүләкләнә һәм республикабыҙҙың инновациялы белем биреү учреждениеһы реестрына индерелә. Йәнә был уҡыу йорто – Бөтә Рәсәй “Йәшлек. Фән. Мәҙәниәт” ғилми-тикшеренеүҙәр конкурсы, шулай уҡ төрлө йүнәлештәге республика конкурстары еңеүсеһе лә.
Конкурс тигәндән, Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжы уҡытыусылары алдынғы педагогик тәжрибәне өйрәнеүгә һәм таратыуға ҙур иғтибар бүлә. Мәҫәлән, рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары С.Г. Жегалова, Л.В. Русских, Л.Х. Аралбаева, Г.Ф. Хажиеваның күп йыллыҡ эш тәжрибәһе бар икән, ниңә уны бүтәндәр менән уртаҡлашмаҫҡа? Араларында “Мәғариф” өҫтөнлөклө милли проекты сиктәрендә “Башҡортостандың иң яҡшы рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы” конкурсында еңеү яулағандары ла бар. Бынан тыш, “Башҡортостандың иң яҡшы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы” конкурсында Ф.С. Әминева, Л.Ф. Күсәкова, Ә.Ә. Сынбулатова, Л.И. Әхмәҙиева ҡатнашҡан. “Иң яҡшы йыл уҡытыусыһы” республика конкурсында Е.В. Вачаева ла һынатмаған. Педагог Р.В. Яхина – “Иң яҡшы йыл уҡытыусыһы” республика конкурсында “Йүнәлеш буйынса эҙләнеү” номинацияһында, ә О.А. Егорова “Иң яҡшы йыл уҡытыусыһы” бәйгеһендә “Илһөйәрлек тәрбиәһе” номинацияһында еңеү яулаған. С.Г. Жегалова, Е.В. Борисова, Л.В. Русских, Р.А. Яхина, Г.В. Сухарева “Рәсәй Федерацияһының иң яҡшы уҡытыусыһы” тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булған.
“Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжы” дәүләт автономиялы һөнәри белем биреү учреждениеһының директоры вазифаһын башҡарыусы Марат Шмаков билдәләүенсә, маҡсатлы, ныҡышмал үҫмерҙәрҙең колледжға йылдан-йыл күберәк килеүе шатландыра. Уларҙың һәр береһе мөмкин тиклем тәрәнерәк белем алыу маҡсатын ҡуйған.
– Атаҡлы ғалим Павел Белинскийҙың “Уҡыусы уҡытыусыға тиңдәш тип түгел, өлгө итеп ҡараһа, ул кешелә бер ҡасан да үҫеш булмаясаҡ” тигән ҡанатлы һүҙҙәре оҡшай, – тип һөйләй Марат Радик улы. – Ғәмәлдә студент менән педагог үҙ-ара бәхәскә лә инергә тейеш. Беҙҙә дәлилдәр килтереп, фекерҙәрен яҡлай алған йәштәр йыйылған, ундайҙар менән тау аҡтарырға мөмкин. Был турала йыш ҡабатлайым һәм уларҙы һәр саҡ өлгө итеп ҡуям.
Бынан бер нисә йыл элек Башҡортостандың юғары уҡыу йорттары ректорҙары хәбәрселәрҙең һорауҙарына яуап бирҙе. “Вуздар йыл һайын белгестәр әҙерләп сығарһа ла, мәктәптәрҙә уҡытыусылар етешмәй. Шул уҡ ваҡытта юғары уҡыу йорттарын тамамлаған йәштәр супермаркеттарҙа һатыусы булып эшләй. Был хәлде нисек аңлатырһығыҙ?” тигән һорау ҙа яңғыраны. Быға яуап итеп: “Ысынлап та, күп ата-әсә балаларының юғары уҡыу йорттарын тамамлауын теләй, аҙаҡтан ул дипломы буйынса эшләйме-юҡмы – уныһы мөһим түгел, тип иҫәпләй. Беҙҙеңсә, ҡыҙҙар һәм егеттәр беренсе сиратта урта һөнәри уҡыу йорттарында халыҡ хужалығында кәрәкле һөнәргә эйә булһын, ә бының өсөн шарттар етерлек”, – тип төрлө белгеслек үҙләштерергә кәңәш бирҙеләр.
Әйткәндәй, Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжында үҫмерҙәр бик күп һөнәр үҙләштерә. Газ менән тәьмин итеү ҡоролмаһын монтажлау һәм файҙаланыу, йылылыҡ биреүсе электр станцияһы, сәнәғәт ҡоролмаһы белгестәре, һыу технологияһы буйынса технолог, нефть һәм газ скважиналарын быраулау оҫтаһы, техник-электрик, химия технологияһы буйынса белгес, нефть һәм газ эшкәртеү оҫталары, иҡтисадсы һәм бухгалтер хисабы, автомеханик һәм башҡалар – шуға асыҡ миҫал.
Белем биреү учреждениеһы етәкселеге билдәләүенсә, йәштәрҙе конкурентлыҡҡа бирешмәгән һөнәрҙәргә уҡытыу – өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһе. Шуныһы иғтибарға лайыҡ: Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжында белем алырға теләүселәрҙең күплеге хайран итә. Һүҙ ҙә юҡ, республикабыҙҙың ярайһы ҙур булыуын күҙ алдына баҫтырһаҡ, ҡайһы берәүҙәрҙең Өфөнө яуларға мөмкинлеге лә самалы. Тап шуны иҫәпкә алып, белем усағы етәкселеге Ағиҙел һәм Баймаҡ ҡалаларында филиалдарын асҡан. Бөгөн ошо ике ҡаланың уҡыу йорттарында ла тормош гөрләп тора.
Был уҡыу йортона абитуриенттар IX кластан һуң да, XI кластан һуң да документтарын тапшыра ала. IX класты тамамлағандар 3 йыл да 10 ай уҡый, XI кластан һуң 2 йыл да 10 ай белем алалар. Көндөҙгө йә ситтән тороп уҡыу бүлегенә инергә мөмкин. Әлбиттә, ситтән тороп бер йылға оҙағыраҡ уҡырға тура килә. Бюджет урындарынан тыш, түләүле бүлектәр ҙә бар.
– Беҙҙең колледжды тамамлаған йәштәрҙең бер ҡасан да эшһеҙ тороп ҡалғаны юҡ, – ти Марат Шмаков. – Ҙур ихтыяж менән файҙаланған һөнәрҙәргә эйә булғас, дипломды ҡулға алыу менән эшкә урынлашалар. Улай ғына ла түгел, сығарылыш уҡыусыларының береһенең дә йөҙөбөҙгә ҡыҙыллыҡ килтергәне юҡ, артабан да һынатмаҫтарына ысын күңелдән ышанам.
Белем усағы тураһында яҙғанда WorldSkills Russia хәрәкәтен урап үтеү килешмәҫ. Унда студенттар йыл һайын әүҙем ҡатнаша. Ярыш төрҙәренә лаборатор химик анализ, химия технологияһы аппаратсыһы, рекрутинг, экскурсия хеҙмәтен ойоштороу һәм тыуған яҡты һаҡлау компентенциялары өҫтәлгән. Бәйгелә ҡатнашыусыларҙың да, еңеүселәрҙең дә күплеге һөйөндөрә.
Башҡортостан “Йәш профессионалдар (WorldSkills Russia)” төбәк чемпионатында дүрт конкурсант алтын миҙал яулаған (лаборатор химик анализ, химия технологияһы аппаратсыһы, рекрутинг, экскурсия хеҙмәтен ойоштороу), ә өс студент көмөш миҙалға лайыҡ булған (интернет-маркетинг, йөктәрҙе оҙатыу, бухгалтер хисабы). Милли чемпионатта өс студент медальон менән бүләкләнгән. Шулай уҡ дөйөм миҙалдар һаны буйынса ла алдынғылыҡты бирмәгәндәр.
Колледжда йыл һайын республика бәйгеләре ойошторола. Йыл студентын билдәләү, иң яҡшы уҡытыусыны асыҡлау, студенттар осрашыуы, методик ойошмалар өсөн семинарҙар, республика олимпиадалары, төрлө марафондар үткәрелә.
Бөтә Рәсәй олимпиадаларында һәм конференцияларында ҡатнашып еңеү яулаған студенттар ҙа бихисап колледжда. “Проект-тикшеренеү эшмәкәрлеге – һөнәри белем биреү системаһында уҡыусыларҙың һөнәри компетентлығын күтәреү сараһы” тигән төбәк-ара ғилми-ғәмәли конференция-фестивалендә Виктория Дудина һәм Лаура Хәбибуллина (етәксеһе – Мария Милованова) беренсе урынды яулаған.
Колледж ҡыҙҙары һәм егеттәре, бынан бер нисә йыл элек мәктәп уҡыусыларының “Киләсәккә билет” тип аталған иртә профессиональ һиҙгерлек проектында ҡатнашып, ҙур һынау үткән. Был проект “Мәғариф” өҫтөнлөклө милли проектының “Һәр баланың уңышы” федераль проекты нигеҙендә тормошҡа ашырыла. Йыл һайын студенттар өсөн “Йәштәр. Фән. Ижад” фәнни-ғәмәли конференцияһы ойошторола. Унда һәр кем үҙенең ғилми-ижади эштәрен күрһәтә ала.
Белем биреү программаһын тормошҡа ашырыу өлкәһендә эшләгәс, колледж төрлө предприятие һәм ойошмалар менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итә. Мәҫәлән, “Башҡортостан электр селтәрҙәре компанияһы”, “Газпром газ бүлеү Өфө” асыҡ акционерҙар йәмғиәттәре, “Башнефть” акционерҙар нефть компанияһы, “Востокнефтезаводмонтаж” акционерҙар йәмғиәте, “Башҡортостан етештереү компанияһы”, “Газпром трансгаз Өфө” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттәре менән тығыҙ хеҙмәттәшлек булдырылған.
Белгестәрҙең белемен профессиональ йәһәттән камиллаштырыу өсөн социаль партнерҙар менән технологик хеҙмәттәшлек бер нисә йүнәлештә алып барыла: өҫтәмә квалификацияны үҙләштереү, белемде камиллаштырыу, йәштәрҙең хеҙмәт биржаһы һәм халыҡты эш менән тәьмин итеү үҙәктәре һәм хеҙмәттәре менән бәйләнеш тотоу, сығарылыш көнө үткәреү, студенттар өсөн түләүле практика ойоштороуҙы һәм шул ойошмала эштә ҡалдырыуҙы хәстәрләү.
75 йыллыҡ юбилейын билдәләгән Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжы Башҡортостанда ғына түгел, тотош Рәсәйҙә ойошторолған төрлө сараларҙа әүҙем ҡатнаша, алдынғы урындар яулап, уҡыу йортон данлай, республикабыҙҙың данын күтәрә. Мәҫәлән, “Студенттар осрашыуы – Ватаныңды үҙең данла!” республика фестивалендә колледж уҡыусылары Гран-при яулаған, Пермь ҡалаһында “Хәрәкәттә” бейеү проектында “Айтуған” бейеү ансамбле беренсе урынға сыҡҡан. Колледждың йыйылма командаһы Өфө ҡалаһында ғына түгел, Башҡортостан күләмендәге көрәш, саңғыла уҙышыу, мини-футбол ярыштарында бер нисә йыл рәттән алдынғылыҡты бирмәй.
Башҡортостандың каратэ буйынса асыҡ беренселегендә Владислав Иванов беренсе урын алған. Эрик Әхмәров иһә Өфө ҡалаһында тай боксы буйынса еңеү яулаған. Бынан тыш, Станислав Ибраһимов менән Илья Шалупов (каратэ), Шамил Шәйәхмәтов (тхэквондо) беренсе урынға сығып, шатлыҡлы минуттар кисергән. М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында ойошторолған КВН фестивалендә уҡыу йортоноң блогерҙары (беренсе урын) һынатмаған.
Мәскәүҙә, “Рәсәй-2035” йәштәр стратегик проектына ярашлы, социаль-иҡтисади үҫеш конкурсының финалы булған. Конкурста Лилиә Фәттәх ҡыҙы Вахитова “Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ һәм ҡала мөхите: киләсәктең “аҡыллы” һәм хәүефһеҙ ҡалаһы” тигән тема тәҡдим итеп, “Эссе” номинацияһында өсөнсө урын яулаған.
Колледж директоры вазифаһын башҡарыусы Марат Шмаков белдереүенсә, студенттарҙың һәр ярышҡа һәм фестивалгә барырға атлығып тороуы – шатлыҡлы күренеш, ә инде ҡыҙ һәм егеттәрҙең туған уҡыу йортона ҙур еңеүҙәр яулап ҡайтыуы – икеләтә һөйөнөс.
– Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары нигеҙендә республикабыҙҙа Күп функциялы ғәмәли квалификациялы үҙәктәр төҙөлдө. Ошондай үҙәк беҙҙең Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжында ла асылды. Һөҙөмтәлә эштәребеҙ йәнләнде, студенттарға өҫтәмә профессиональ квалификация биреү эшмәкәрлеге әүҙемләште. Был иһә студент белем усағын тамамлағас та эшкә урынлаша аласаҡ, тигән һүҙ. Шул уҡ ваҡытта педагогтар һәм мастерҙар өсөн дә квалификацияны камиллаштырыу мөмкинлеге булдырылды, – тип билдәләне Марат Радик улы.
Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжында “Өҫтәмә профессиональ белем биреү” программаһы уңышлы тормошҡа ашырыла. Маҡсат – студенттар мөмкин хәтлем төрлө юҫыҡта белемгә эйә булһын, кәрәкле һөнәр алһын.
Белем усағы етәкселеге колледждың күркәм юбилейы уңайынан уны төрлө йылдарҙа тамамлаған сығарылыш уҡыусыларын, студенттарҙы, ветерандарҙы ысын күңелдән ҡотлай, уңыштар теләй.