Белем һәм тәрбиә
30 Март 2021, 13:30

Каникул мәлен “Ҡурай” биҙәй

Фатима Мостафина исемендәге 20-се Өфө ҡала башҡорт гимназияһында “Ҡурай” һауыҡтырыу лагеры эшләй.

Яҙғы каникул башланды, балалар өйҙәрендә, тиеү ысынбарлыҡҡа бигүк тап килмәй. Әле ҡайһы бер белем усаҡтары ҡыҙ-малайҙарҙың тауышынан гөрләп тора.
Мәҫәлән, Фатима Мостафина исемендәге 20-се Өфө ҡала башҡорт гимназияһында “Ҡурай” һауыҡтырыу лагеры эшләй. Бында бөтәһе лә балалар өсөн эшләнгән – бүлмәләр байрамса биҙәлгән, көн дә викторина, эстафета, спорт ярыштары кеүек ниндәйҙер сара ойошторола, шулай уҡ йылы аш бирелә.
– “Ҡурай” лагерында “Шаяндар”, “Смайликтар”, “Ҡарлуғастар”, “Аҡбуҙат” исемле отрядтар бар, – ти отряд вожатыйҙары. – Балаларҙың берҙәм һәм бер-береһенә теләктәш булыуы һоҡландыра. Иң мөһиме - улар лагерға теләп йөрөй, төрлө проекттарҙы тормошҡа ашыра. Маҡсат – баланың һәләтен төрлө яҡлап асыу.
Фото гимназия сайтынан.
Читайте нас