Белем һәм тәрбиә
30 Март 2021, 12:30

Сибайҙан яҡташыбыҙ еңеү яуланы!

"Бәләкәй генә еңеүем киләсәктә оло эштәргә әйҙәй", – тип һөйләй ул.

Ошо көндәрҙә илебеҙ кимәлендә балалар баҡсалары етәкселәре араһында Лев Выготский исемендәге мәртәбәле конкурс ойошторолдо, был бәйгелә Сибай ҡалаһының “Әкиәт” балалар баҡсаһы мөдире Наталья Фәттәхова “Мөдир” номинацияһында еңеү яуланы.
Баһалама төркөмө ағзалары һөйләүенсә, ярышта бөтәһе 410 конкурсант ҡатнашҡан, йылдан-йыл бәйгелә ҡатнашыусыларҙың төплө әҙерлек менән килеүе шатландыра. Конкурсты ойоштороусы – Рыбаковтар ғаиләһенең шәфҡәтлелек фонды. Тап улар бәйгенең стратегияһын төҙөгән, финанс һәм мәғлүмәт яғынан тәьмин иткән.
Яҡташыбыҙ Наталья Фәттәхова иһә идара итеү серҙәре менән бүлешкән, эш алымдары менән таныштырған, ғөмүмән, бик сағыу сығыш яһаған.
– Бәләкәй генә еңеүем киләсәктә оло эштәргә әйҙәй, төрлө проекттарҙы тормошҡа ашырғанда иңдәргә ҡанат ҡуя, – тип һөйләй Наталья Алексеевна.
Фото: resbash.ru.
Читайте нас