“Гагарин үҙәк” балаларға өҫтәмә белем биреү үҙәгендә “Төбәктәрҙең мәҙәни һәм социомәҙәни киңлеген булдырыуҙа мәктәп музейҙарының һәм балаларға өҫтәмә белем биреү коммерцияға ҡарамаған үҙәктәренең роле” тигән темаға "түңәрәк өҫтәл" үткәрелде.
Ойоштороусылары – Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы, Рәсәй Йәмәғәт палатаһының мәҙәниәтте үҫтереү һәм рухи мираҫты һаҡлау комиссияһы, Рәсәй Йәмәғәт палатаһының коммерцияға ҡарамаған секторҙы үҫтереү һәм коммерцияға ҡарамаған ойошманың социаль йүнәлешенә ярҙам итеү комиссияһы, Рәсәй Йәмәғәт палатаһының милләт-ара һәм дини-ара аңлашыусанлыҡ буйынса комиссияһы.
Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы ағзаһы Ольга Панчихина мәктәп музейҙарының кәрәклеген, бала яҙмышында уның өлөшөнөң баһалап бөткөһөҙ булыуын билдәләне.
"Уҡыусы баланы ни менәндер ҡыҙыҡтырыу зарур, – тине Тверь өлкәһенең “Тверь өлкәһе картиналар галереяһы” учреждениеһы етәксеһе Татьяна Куюкина. – Ҡыҙ һәм малайҙарҙың әйберҙәрҙе ҡулына тотоп ҡарағыһы килә. Мәҫәлән, борон барыһы ла ҡауырһын менән яҙған тиһәк, хәҙерге үҫмер аптырап ҡарар. Ошо ҡауырһынды күрһәтеп, уның менән ниҙер сыймаҡлап ышандырырға мөмкин, ә һөйләп түгел. Ғөмүмән, мәктәп музейҙарының балаларҙы тәрбиәләүҙә өлөшө ифрат ҙур".
Татьяна Савватеевна белдереүенсә, музей эшенә балаларҙы ата-әсәһе менән бергә йәлеп итеү айырыуса отошло.