COVID-19-ға бәйле, Роспотребнадзор балаларҙың ялын ойоштороуға ҡарата ҡайһы бер талаптарҙы йомшартты. Бынан ары ведомство ҡала яны лагерҙарындағы отрядтарҙа балаларҙың һанын 50 проценттан 75 процентҡа хәтлем арттырырға рөхсәт итте, ә республикабыҙҙан ситтә балаларҙың ялы шул төбәктәге баш санитар табиптың рөхсәтенә бәйле.