Белем һәм тәрбиә
2 Апреля 2021, 08:30

Чемпионат асылыуға 100 көн ҡалыу билдәләнә

Был ваҡиғаға 100 көн ҡалыуҙың тап 12 апрелдә – Космонавтика көнөндә билдәләнеүе беҙҙең өсөн символик мәғәнәгә эйә.

12 апрелдә бөтә Рәсәй буйынса IX “Йәш профессионалдар” (WorldSkills Russia) милли чемпионатының төбәк командалары өсөн һайлап алыу турҙары башлана. Ошоға бәйле ирекмәндәр һәм ҡатнашыусылар өсөн “Чемпионат башланыуға тиклем 100 көн” тип аталған флешмоб ойошторорға ҡарар ителде. Ул Башҡортостан өсөн мөһим ваҡиғаның – “Йәш профессионалдар” (WorldSkills Russia) милли чемпионатының финалына нисә көн ҡалыуҙы иҫкә төшөрөп, әүҙемлек символы булып торасаҡ.
- Был чемпионат эшсе һөнәрҙәрҙең абруйын арттырыу өсөн бик мөһим әһәмиәткә эйә. Беҙҙәге хеҙмәт баҙарында вакансиялар күп булыуға ҡарамаҫтан, улар һорау менән файҙаланмай. Был бик насар күренеш һәм уға ҡаршы көрәшергә кәрәк. Эшсе һөнәрҙәрҙе киңерәк танытыу зарур. Был йәһәттән WorldSkills чемпионатының әһәмиәте ҙур. Эйе, бөгөнгө заманда эшсе синыф бынан йөҙ йыл элекке осорҙағы кеүек күп һанлы була алмай. Әммә был уның иҫкереүен, кәрәкмәүен аңлатмай. Киреһенсә, яңы дәүер уға яңы талаптар ҡуя. Эшсе ҡулдар һаны кәмеһә лә улар шундай уҡ хеҙмәт етештереүсәнлеге күрһәтә алырға һәләтле булырға тейеш, - тине республика Хөкүмәтенең Премьер-министры Андрей Назаров.
21-25 июлдә Өфөлә үтәсәк “Йәш профессионалдар” (WorldSkills Russia) милли чемпионатының финалына әҙерлек БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов үткәргән кәңәшмәлә лә төп мәсьәлә булараҡ ҡаралды.
- Был ваҡиғаға 100 көн ҡалыуҙың тап 12 апрелдә – Космонавтика көнөндә билдәләнеүе беҙҙең өсөн символик мәғәнәгә эйә – ул илебеҙҙең бөйөк үткәне менән бөйөк киләсәген берләштерә. Был көндө Башҡортостан Хөкүмәте республика йыйылма командаһының йәш профессионалдары менән тантаналы осрашыу үткәрергә планлаштыра, - тине Рөстәм Моратов.
Әлеге көндә әҙерлек эштәре планға ярашлы алып барыла. Кәңәшмәлә ярыштар программаһы өсөн колледждар һайлау мәсьәләһе, финалды тантаналы асыуҙың тәүге концепцияһы ҡаралды.
Фото: pravitelstvorb.ru
Читайте нас