Белем һәм тәрбиә
2 Апрель 2021, 16:15

Чемпионат финалына етди әҙерлек бара

Ярыштар ете төп йүнәлештә 102 һөнәри компетенция буйынса үтәсәк.

21 - 25 июлдә Өфөлә “Йәш профессионалдар” (WorldSkills Russia) милли чемпионатының финалы үтәсәге хаҡында хәбәр иткәйнек. Ошо ваҡиға айҡанлы Рәсәй мәғариф министрының беренсе урынбаҫары Дмитрий Глушко ойоштороу комитеты вәкилдәре ҡатнашлығында видеоконференция форматында кәңәшмә уҙғарҙы.
Ярыштар ете төп йүнәлештә 102 һөнәри компетенция буйынса үтәсәк: төҙөлөш һәм төҙөлөш технологиялары; мәғлүмәт һәм коммуникация технологиялары; ижад һәм дизайн; етештереү һәм инженер технологиялары; хеҙмәтләндереү өлкәһе; транспорт һәм логистика; мәғариф тармаҡтары.
Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов Өфөнөң ҙур сараға нисек әҙерләнеүе һәм алып барылған эштәр проекттары менән таныштырҙы. Ярыштарҙың төп майҙансығы итеп “Мега” сауҙа үҙәгенән алыҫ булмаған урын һайланған. Уның эшсе исеме – Йәш һөнәрмәндәр паркы, әлеге ваҡытта унда төҙөлөш эштәре башланған. Чемпионат өсөн кәрәкле ҡорамалдар һатып алыу ҙа дауам итә, бөгөн партнерҙар тарафынан 1,3 миллиард һумға торошло ҡорамалдар алып киленә. Сара барышында ҡулланылған япмалар һуңынан физкультура-һауыҡтырыу комплекстарына һәм хәрби-патриотик клубтарға ҡулланылыуға биреләсәк.
Кәңәшмә барышында чемпионатта ҡатнашыусылар, эксперттар һәм тамашасылар тарафынан санитар-эпидемиологик талаптарҙы теүәл үтәү зарурлығына, был эште тейешле кимәлдә ойоштороуға ҙур иғтибар бүленде.
Быйыл үтәсәк сараның ойоштороусылары булып Рәсәй Мәғариф министрлығы, Башҡортостан Хөкүмәте, “Һөнәри оҫталыҡ үҫеше агентлығы” һәм “Стратегик башланғыстар агентлығы” коммерцияға ҡарамаған автономиялы ойошмалар сығыш яһай.
Фото: tumentoday.ru
Читайте нас