Был тема Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәләрҙә бик йыш күтәрелә. Сөнки Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республикалағы мәктәп туҡланыуы илдә иң яҡшыһы булырға тейеш тигән маҡсат ҡуйҙы һәм уға өлгәшеү өҫтөндә етди эш алып барыла.
Башҡортостан Башлығы Хакимиәтенең Социаль коммуникациялар буйынса идаралығы начальнигы Елена Прочаковская белдереүенсә, республикала балалар ҙа, ата-әсәләр ҙә мәктәптәге туҡланыу сифатына ялыуҙар яҙыуын дауам итә. Шулай ҙа “Инцидент-менеджмент” системаһына был тема буйынса килгән ялыуҙар бер ни тиклем кәмегән. Әгәр февралдә улар һаны 212 булһа, мартта – 125.
Ялыуҙар Өфөнән күп. Мәҫәлән, 1-се лицейҙа, 91-се мәктәптә аҙыҡтың тәмһеҙ булыуы тураһында яҙғандар. Тикшереүҙәр беренсе осраҡта етди етешһеҙлек, икенсеһендә етди булмаған етешһеҙлек асыҡлаған. Салауат ҡалаһындағы 11-се мәктәптә аҙыҡта бөжәктәр һәм башҡа сит предметтар булыуы тураһында хәбәр иткәндәр. Бында тикшереүҙән һуң аҙыҡ-түлекте һаҡлау тәртибе боҙолоуо һәм келәттә дымлылыҡ менән температураны үлсәү ҡорамалдары булмауы асыҡланған. Йыш ҡына балалар аҙыҡтың һалҡын булыуына ялыу итә. Ата-әсәләр иһә “Алға” картаһы аша мәктәп туҡланыуын ойоштороуҙо һорай. Әйткәндәй, ҙур ҡалаларҙа был мөмкинлек бар, оҙаҡламай ауылда ла улар килеп сығырға тейеш.
Республиканың сауҙа һәм хеҙмәттәр министры Алексей Гусев белдереүенсә, ғинуарҙан алып мартҡа тиклем был мәсьәлә буйынса улар 176 мөрәжәғәт алған һәм ҡараған. Уларҙың 47 проценты туҡланыу сифатына бәйле, ҡалғандары рацион хаҡы, менюның төрлө булмауы, бәләкәй порциялар һәм башҡа темаларға ҡағылған. Министрлыҡ вәкилдәре 202 тапҡыр урындарға сығып, мониторинг үткәргән.
Тикшереү һөҙөмтәләре шуны күрһәткән: мәктәп туҡланыуы сифатын төшөргән иҫкәрмәләр байтаҡ. Был урындарҙа әҙерләү технологияһын үтәмәү йәки боҙоу. Ҡайһы бер ашханаларҙа бөтөнләй технология картаһы юҡ, ашнаҡсылар үҙ белдеге менән бешерә. Шулай уҡ сифаты юғары булмаған тауарҙар ҡулланылған осраҡтар бар. Аҙыҡ-түлекте һаҡлау шарттары боҙола.
– Барлыҡ асыҡланған етешһеҙлектәрҙе муниципалитет хакимиәттәренә һәм мәктәп етәкселегенә еткерәбеҙ, уларҙы юҡҡа сығарыуҙы контролдә тотабыҙ. Һүҙ ҙә юҡ, тиҙ арала етешһеҙлектәр бөтөрөлә, тик бына төҙөлгән контаркттар сиктәрендә штраф санкциялары механизмы файҙаланылмай. Тейешле юридик хеҙмәтәр юҡ, йыш ҡына һатып алыу менән уҡытыусылар шөғөлләнә. Был етешһеҙлекте бөтөрөү өсөн беҙ етди аҙымдар яһай башланыҡ, – тине Алексей Гусев. – Заманса социаль туҡланыу тармағы берҙәм иҡтисади, хоҡуҡи һәм ойоштороу талаптарын үтәүҙе һорай. Шуға күрә Башҡортостанда социаль туҡланыу тураһында закон ҡабул итеү кәрәктер.