Быйыл Өфөлә үтәсәк IX “Йәш профессионалдар” (WorldSkills Russia) милли чемпионатының финалында ҡатнашасаҡ Башҡортостан йыйылма командаһын республика Хөкүмәте 12 апрелдә – Космонавтика көнөндә тәбрикләйәсәк.
Был хаҡта Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов белдерҙе.
Тап ошо көндә “Йәш профессионалдар” (WorldSkills Russia) милли чемпионатының финалына 100 көн ҡалыу билдәләнеп, Башҡортостан өсөн мөһим ваҡиғаға нисә көн ҡалыуҙы һанау сәғәте башланасаҡ.
12 апрелдәге сара барышында “Торатау” конгресс-холында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, Рәсәй мәғариф министрының беренсе урынбаҫары Дмитрий Глушко, “Һөнәри оҫталыҡты үҫтереү агентлығы” коммерцияға ҡарамаған йәмғиәтенең генераль директоры Роберт Уразов 30 апрелгә тиклем үткән республика һайлап алыу ярыштары ҡатнашыусылары менән осраша. Улар алдында видеобәйләнеш аша космонавт-һынаусы, Рәсәй Геройы Сергей Рязанский сығыш яһаясаҡ. Шулай уҡ Рәсәйҙең атҡаҙанған летчик-һынаусыһы Урал Солтановтың ҡатнашыуы көтөлә.
13.30 сәғәттә Салауат Юлаев һәйкәле янындағы майҙанда әлеге иҫтәлекле ваҡиға – “Йәш профессионалдар” (WorldSkills Russia) милли чемпионатының финалына 100 көн ҡалыу уңайынан концерт ойошторола.
Фото: https://pravitelstvorb.ru/ru