Йыл һайын республиканың төрлө район-ҡала, ауылдарында йәшәгән башҡорттарҙы ғына түгел, ә сит илдә йәшәгән милләттәштәребеҙҙе бергә туплаған халыҡ-ара башҡортса диктант яҙыу 24 апрелдә үтә. Быйыл да диктанты онлайн-форматта яҙасаҡбыҙ һәм был сара "Башҡортса һөйләшәм, башҡортса яҙам" тип аталған халыҡ-ара мәғариф акцияһы сиктәрендә ойошторола. Диктант яҙыуҙа ҡатнашыусылар башҡорт телен ни кимәлдә белеүҙәренә ҡарап, уны яҙыуҙы үҙҙәре һайлап ала. Сара 24 апрель көнө сәғәт 11-ҙә республиканың төрлө белем усаҡтарында, уҡыу йорттарында, мәҙәниәт учреждениеларында, йәмәғәт ойошмаларында башлана. Шулай уҡ "Юлдаш" телевизион каналында, Ютубта, акцияның махсус сайтында трансляция буласаҡ.
11.00- 11.25 сәғәттә - телде өйрәнә башлағандар өсөн – ябай, 11.30.-12.00 - башҡортса яҡшы белгәндәр өсөн – ҡатмарлы һәм 12.05-12.30 башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектында һөйләшкәндәр өсөн диктант яҙыу ҡарала. Диктант тексын "Бүреләр" төркөмө солисы Илшат Абдуллин, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы йәмәғәт ойошмаларының халыҡ-ара союзы президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова һәм "Без башкортлар", "Хаят-Исмаил" төркөмө ағзаһы Альберт Исмаил уҡыясаҡ.
Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант яҙыуҙа һәр беребеҙ ҡатнашайыҡ, сөнки ул – быуындар бәйләнешен булдырған, тарихи тамырҙарыбыҙға байҡау яһарға булышлыҡ иткән, ғаилә ныҡлығына, балаларға дөрөҫ тәрбиә биреүгә ыңғай йоғонто яһаған, халҡыбыҙҙы берләштергән, рухыбыҙҙы нығытҡан матур, әһәмиәтле сара ул.