Бөгөн “Торатау” конгресс-холында “Юғары ос!” III мәктәп мәғарифы форумы уҙа. Сарала район һәм ҡала хакимиәттәренең мәғариф бүлеге начальниктары, мәғариф ойошмалары директорҙары, уҡытыусылар, ата-әсәләр һәм башҡа саҡырылған ҡунаҡтар ҡатнаша. Был форум быйыл өсөнсө йыл рәттән ойошторола һәм ил күләмендә тормошҡа ашырылған “Мәғариф” милли проекты ҡуйған бурыстарға ярашлы уҙғарыла. Фойела бай йөкмәткеле күргәҙмә, заманса белем биреүгә булышлыҡ иткән проекттар менән таныштырыу ойошторолдо.
Форумды Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров асты. Ул иң тәүҙә бер төркөм хеҙмәт алдынғыларына – үҙ эшенең оҫтаһы булып танылған уҡытыусыларға Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһын һәм “Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы” тигән маҡтаулы награда тапшырҙы.
Артабан Радий Фәрит улы республика мәғарифының бөгөнгө торошона, тармаҡтың хәл итәһе мәсьәләләренә, был өлкәлә башҡарыласаҡ эштәргә һәм проекттарға ентекле туҡталды. Ул иң башта теүәл бер йыл элек башланған дистанцияла уҡытыу осорон лайыҡлы үтеүгә булышлыҡ иткән өсөн бөтә уҡытыусылар йәмғиәтенә ҙур рәхмәтен еткерҙе. Республикала дистанцияла уҡытыу алымына барлыҡ уҡыусыларҙың 87 процентын йәлеп итеүгә өлгәшелгән. Яҡын арала ҡалған 300-ҙән ашыу мәктәптең барыһы ла юғары тиҙлекле интернетҡа тоташтырыласаҡ, тине төбәк Башлығы үҙ сығышында.
Радий Хәбиров быйылғы форумдың төп темаһы тип уҡытыу сифатын күтәреүҙе атаны. Был йәһәттән Берҙәм дәүләт имтихандарын ойоштороу, Мәскәү кеүек ҙур ҡалаларҙағы белем биреү үҙәктәренең эш тәжрибәһен уртаҡлашыу, шул уҡ ваҡытта халыҡ уҡытыусыһы булып танылған Лиза Әғәҙуллина кеүек бөйөк остаздарҙың тәрбиә һәм белем биреү алымдарын өйрәнеү зарурлығына ла баҫым яһаны төбәк Башлығы.
Шулай уҡ сығышта белем биреү усаҡтарының матди хәлен яҡшыртыу, яңы мәктәптәр төҙөү, “Мәғариф” милли проекты ҡуйған бурыстарҙы тормошҡа ашырыу тураһында ла әйтелде. Әлбиттә, был йәһәттән маҡсатҡа ярашлы эштәр алып барыла, һөҙөмтәләр ҙә яҡшы ғына. Мәҫәлән, “Үҫеш нөктәләре” асыу йәһәтенән республикабыҙ Рәсәйҙә иң алдынғы субъект һанала.
Радий Фәрит улы үҙенең сығышында мәғариф тармағында иң мөһим ролде уйнаған кешеләр – уҡыусылар һәм уҡытыусылар тураһында ла айырып әйтеп үтте. Һүҙ башлыса балаларҙың рухи һәм физик сәләмәтлеге, тәрбиә алымдары, бының өсөн шарттар булдырыу – спорт секцияларының һәм түңәрәктәрҙең эшен киңерәк йәйелдереү, мәктәп стоматологияһы кабинеттарының эшмәкәрлеген камиллаштырыу, балаларҙы төрлө насар, шикле ағымдарҙан һаҡлау тураһында барҙы. Ә уҡытыусыларға килгәндә инде, республика Башлығы ведомство етәкселегенә һәм тейешле органдарға социаль яҡлау сараларын барлау, кәрәкһә, яңыларын булдырыу, уҡытыусыларҙы артыҡ ҡағыҙ эшенән арындырыу алымдарын эҙләү, форум барышында ошолар хаҡында ла һөйләшеп, яңы тәҡдимдәр менән сығыуҙарын теләне.
Артабан сарала ҡатнашыусылар форумдың эшен майҙансыҡтарҙа дауам итте.
Тексты ҡулланғанда авторға һәм сығанаҡҡа һылтанма яһау мотлаҡ.