10 апрелдә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республика Хөкүмәте ағзалары һәм архитектор-планлаштырыусылар менән берлектә Ағиҙел буйының көньяҡ яр битләүендә һәм Башҡорт дәүләт университеты эргәһендәге элекке Киров исемендәге завод майҙанында юғары уҡыу йорттары-ара студенттар кампусын урынлаштырыу проекты менән танышты.
Хәбәр итеүебеҙсә, Өфөлә донъя кимәлендәге Евразия фәнни-белем биреү үҙәген булдырыу маҡсатында кампус ойоштороу планлаштырыла. Архитекторҙар әйтеүенсә, биш гектар майҙанда уҡыу биналары, технополис, спорт үҙәктәре, студенттар, уҡытыусылар, йәш ғалимдар өсөн ятаҡтар барлыҡҡа киләсәк. Корпустарҙы йәйәүлеләр һәм велосипедсылар өсөн һуҡмаҡтар менән берләштерәсәктәр, шулай уҡ Ағиҙел йылғаһы ярына төшөү ҡоролмаларын ҡуйыу ҡаралған.
– Студенттар кампусы урынлашасаҡ урын хаҡында һөйләштек, – тине Радий Хәбиров. – Башта уны “Дим-10” биҫтәһе эргәһендәге биләмәлә төҙөргә планлаштырғайныҡ. Әммә юғары уҡыу йорттары ректорҙары һәм республиканың Ҡалалар үҫеше институты эксперттары менән аралашҡас, кампус ҡала үҙәгенә һәм төп уҡыу корпустарына яҡын булырға тейеш, тигән ҡарарға килдек. Ағиҙел буйының көньяҡ битләүендәге майҙансыҡ – бик уңайлы урын, эргәлә бер юлы дүрт юғары уҡыу йорто – Башҡорт дәүләт, Өфө дәүләт авиация техник, Башҡортостан дәүләт медицина һәм М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеттары. Бындағы буш урында төҙөлөштө башларға мөмкин. Шулай итеп, ике мәсьәләне хәл итәбеҙ – студенттар өсөн уҡыу һәм йәшәү корпустары булған ғилми ҡаласыҡ булдырабыҙ, Ағиҙел буйының көньяҡ битләүен дә төҙөкләндерәбеҙ.
Башҡортостан Башлығы республика Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаровҡа 2024 йылға тиклем төбәк үҫешенең социаль-иҡтисади стратегик йүнәлештәре тураһындағы указдың үтәлешен буласаҡ кампусты төҙөү менән координацияларға ҡушты.