Мурманск ҡалаһында “Ҡунаҡсыллыҡ оҫталары” Бөтә Рәсәй конкурсының ярымфиналы үтте. Билдәле булыуынса, был сара “Рәсәй - мөмкинлектәр иле” Президент платформаһы проекты булып тора.
Ярыштарҙа илдең 38 төбәгенән 118 кеше ҡатнашты. Улар дистанцияла тест үтеүҙә иң яҡшы һөҙөмтә күрһәткән ине. Финалға 17 төбәктән 30 ҡатнашыусы сыҡты.
Конкурсанттар төбәк кейстарын үтәне, үҙ проекттарын тәҡдим итте. Ә был индустрияның белгестәре улар араһынан иң-иңдәрҙе һайлап алды, оҫталыҡ дәрестәре ойошторҙо.
Башҡортостандан ҡатнашҡан кешеләрҙең өсәүһе финалға сыҡты. Улар - Өфө ҡалаһынан Венера Бикҡужина, Артур Биктимеров һәм Екатерина Кириллова.
Венера Бикҡужина конкурста “Бишбармаҡ” милли кухня оҫтаханаһы проектын тәҡдим итте. “Конкурста ҡатнашыу үҙ проектыңа эксперттар баһаһын алыу, эшеңде һәм республиканы күрһәтеү мөмкинлеге бирә. Шулай уҡ башҡа төбәктәр менән бәйләнеш булдырыу мөһим. Аралашыуҙан яңы тәжрибә тупланым”, – тине ул.
Артур Биктимеров "Торатау" геопаркына ғилми тур проекты менән финалға үткән. "Хеҙмәтемдең маҡсаты – йәштәр һәм балалар араһында фәнде популярлаштырыу. Минең өсөн еңеү мөһим түгел. “Рәсәй – мөмкинлектәр иле” платформаһы проекттарында ҡатнашыуҙың төп файҙаһы - аралашыуҙа, фекер алышыуҙа", – тине ул.
Екатерина Кириллова Стәрлетамаҡ ҡалаһы буйлап гастромаршрут проекты менән еңеү яулаған. Ҡалала урындағы брендтар, кәсепселәр байтаҡ. Шуға күрә Стәрлетамаҡтың да илдең гастрокартаһында килеп сығыу мөмкинлеге бар.
“Ҡунаҡсыллыҡ оҫталары” конкурсының төбәк ярымфиналдары быйыл алты ҡалала - Краснодар, Мурманск, Калуга, Петропавловск-Камчатский, Төмән һәм Пермдә үтә. Сара “Мәғариф” милли проектының “Һәр кем өсөн социаль лифттар” федераль проектына ярашлы тормошҡа ашырыла.
Фото: республика Мәғариф һәм фән министрлығы.