Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
12 Апрель 2021, 21:30

Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант яҙырға әҙерләнәбеҙ

Быйыл диктантты мобиль ҡушымталар аша ла яҙырға мөмкин. Сараның үтеү ваҡыты, шарттары, тексты кемдәр уҡыясағы һ.б. хаҡында - яҙмала.

Тиҙҙән, 24 апрелдә, Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант үтеүе тураһында хәбәр иткәйнек. Ул онлайн-форматта, Башҡортостан юлдаш телевидениеһы, Интернет селтәре, мобиль ҡушымталар аша ойошторола. Халыҡ-ара акцияны республика Мәғариф һәм фән, Мәҙәниәт министрлыҡтары, Башҡорт дәүләт университеты, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы берлектә үткәрә.
Илдәге һәм донъялағы эпидемиологик хәл-торошҡа бәйле 2020 йылда башҡорт теленән халыҡ-ара диктант тулыһынса онлайн тәртиптә уҙғарылғайны, быйыл акция онлайн һәм оффлайн форматта үтәсәк. Ҡатнашыу өсөн https://bashdiktant.ru/ сайтында теркәлергә, йә смартфонға мобиль ҡушымта ҡуйып алырға кәрәк: http://surl.li/pyqu - андроид, http://surl.li/pyra - IOS.
24 апрелдә Өфө ваҡыты менән 11.00 сәғәттә Башҡортостан юлдаш телевидениеһында, "Бәйләнештә" социаль селтәрендә, "YouTube" видеохостингында диктант тексы тура эфирҙа уҡыласаҡ. Йылдағыса, телде төрлө кимәлдә белгәндәр өсөн айырым текстар ҡаралған:
11.00–11.25 сәғәт арауығында – башҡорт телен башланғыс кимәлдә белгәндәр өсөн;
11.30-ҙан 12.00-гә тиклем – башҡорт телендә иркен аралашҡандар өсөн;
12.05-тән 12.30-ға тиклем – башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектында яҙыусылар өсөн.
Акцияла ҡатнашыусылар диктантты үҙаллы өйҙә лә яҙа ала. Оффлайн форматта мәктәптәрҙә, юғары һәм урта һөнәри укыу йорттарында, мәҙәниәт учреждениеларында, предприятиеларҙа, ижтимағи ойошмаларҙа һ.б. урындарҙа ҡатнашырға мөмкин.
Шулай уҡ диктантты 2021 йылдың 26 апреленең 23.59 сәғәтенә тиклем http://bashdiktant.ru рәсми сайтында һәм ойоштороусыларҙың социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәләрендә (https://vk.com/bash_fond) эфирҙың видеояҙмаһын ҡарап яҙырға мөмкин.
"Интернет" мәғлүмәт-телекоммуникация селтәре аша яҙған ҡатнашыусыларҙың эштәре https://bashdiktant.ru/ сайтындағы шәхси кабинет аша ҡабул ителә. Шулай уҡ яҙма эштәрҙең фотоһын, скан вариантын [email protected] электрон почтаһына 2021 йылдың 26 апреленең 23.59 сәғәтенә тиклем ебәрергә мөмкин. Диктант яҙыуҙа ҡатнашыусыларға сертификаттар сайттағы шәхси кабинеттары аша йә электрон почтаға ебәрелә.
Акцияның рәсми һөҙөмтәләре 30 көн арауығында https://bashdiktant.ru/ сайтында баҫылып сығасаҡ.
Быйыл башҡорт теленән халыҡ-ара диктантты башҡорт телен башланғыс кимәлдә белгәндәр өсөн – “Бүреләр” төркөмө солисы Илшат Абдуллин, башҡорт телендә иркен аралашҡандар өсөн – Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова, башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектында яҙыусылар өсөн рок-башҡарыусы, “Исмаил” төркөмөнә нигеҙ һалған Альберт Исмәғил уҡыясаҡ.
Фото: bash.rbsmi.ru
Читайте нас в