Белем һәм тәрбиә
12 Апреля 2021, 15:15

"Башҡортостан, алға!”

Бөгөн, Космонавтика көнөндә, IX "Йәш профессионалдар" милли чемпионатының төбәк командалары өсөн һайлап алыу турҙары башланды.

Белеүебеҙсә, “Йәш профессионалдар” (WorldSkills Russia) милли чемпионаты 21-нән 25 июлгә тиклем Өфө ҡалаһында үтәсәк. Бөгөн, Космонавтика көнөндә, Өфөләге Салауат Юлаев һәйкәле янындағы майҙанда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 30 апрелгә ҡәҙәр уҙған республика һайлап алыу ярыштары ҡатнашыусылары менән осрашты.
“Бөгөн, Космонавтика көнөндә, профессионалдар беренселеге башланыуға кире иҫәп бирәбеҙ. Был – беҙҙең өсөн ҙур яуаплылылыҡ”, – тине Радий Фәрит улы.
Шулай уҡ “Һөнәри оҫталыҡты үҫтереү агентлығы” коммерцияға ҡарамаған йәмғиәте генераль директоры Роберт Ураҙов, видеобәйләнеш аша космонавт-һынаусы, Рәсәй Геройы Сергей Ревин сәләмләне. “Өфөлә барлыҡ илдән йыйыласаҡ профессионалдарға уңыштар теләйем. Башҡортостан, алға!” – тине Рәсәй Геройы.
“Йәш профессионалдар” (WorldSkills Russia) милли чемпионаты финалына нисә көн ҡалыуҙы иҫкә төшөрөп, әүҙемлек символы булған “Чемпионат башланыуға тиклем 100 көн” флешмобы ойошторолдо.
Белеүебеҙсә, милли чемпионат финалы 21-нән 25 июлгә тиклем Өфө ҡалаһында үтәсәк. Ярыштар 105 һөнәри компетенция буйынса ойошторола, улар ете блокка бүленгән. Финалда 1800 самаһы кеше ҡатнашасаҡ, 600-ө – юниорҙар.
Шулай итеп, бөгөн, Космонавтика көнөндә, Бөтә Рәсәй буйынса IX "Йәш профессионалдар" милли чемпионатының төбәк командалары өсөн һайлап алыу турҙары башланды, старт бирелде.
“Йәш профессионалдар” (WorldSkills Russia) милли чемпионатының финалына 100 көн ҡалыу уңайынан концерт ойошторолдо: Илдар Абдуллин, Зәйнетдин, Әлфиә Ниғмәтуллина, Ришат Рәхимов һәм башҡалар сығыш яһаны.
Фото: “Башинформ”.
#НацфиналУфа #Нацфинал2021 #WorldSkillsRussia
Читайте нас