Силәбе өлкәһенең Мейәс ҡалаһындағы 1-се мәктәптә башҡорт телен, башҡорт халҡының традицияларын һәм мәҙәниәтен өйрәнеү буйынса класс асылды.
Был башланғыс Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернаты тарафынан тормошҡа ашырылған “Башҡорт теле – башҡорт иле” йәкшәмбе мәҙәни-тарихи мәктәбе” проектына ярашлы мөмкин булды. Уҡыу йорто коллективы әлеге проектты Башҡортостан Башлығының республиканың дәүләт һәм халыҡтары телдәрен һаҡлауға, үҫтереүгә йүнәлтелгән грантына бойомға ашыра.
Башҡорт йәкшәмбе мәктәбен тантаналы асыу сараһында Мейәс ҡалаһы округы башлығы Григорий Тонких, Башҡортостан Мәғариф һәм фән министрлығының дәүләт программаларын тормошҡа ашырыу һәм төбәк-ара хеҙмәттәшлек бүлеге әйҙәүсе белгес-эксперты Гөлсөм Дилмөхәмәтова, Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернатының директор урынбаҫары Фәнил Бүләков, Мейәс ҡалаһы мәктәптәренең уҡытыусылары ҡатнашты. 1-се гимназия-интернат уҡытыусылары башҡорт бейеүе һәм ҡурайҙа уйнау буйынса оҫталыҡ дәресе күрһәтте.
Проектты тормошҡа ашырыу Рәсәй төбәктәрендә башҡорт телен һәм башҡорт халҡының мәҙәниәтен киңерәк таратыуға, танытыуға ҙур өлөш индерә. Был эш һөҙөмтәһендә гимназия-интернат сайты базаһында берҙәм һанлы майҙансыҡ булдырыу күҙаллана. Уның ярҙамында уҡытыусылар тәжрибә уртаҡлашыу, башҡорт теленә һәм мәҙәниәтенә балаларҙың, үҫмерҙәрҙең иғтибарын нығыраҡ йәлеп итеү мөмкин буласаҡ, ти проект авторҙары.