Белем һәм тәрбиә
13 Апрель 2021, 10:45

"Был университет – беҙҙең ғорурлығыбыҙ"

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Башҡорт дәүләт аграр университетында булды.

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Башҡорт дәүләт аграр университетында булды. Төбәк етәксеһе вуздың уҡытыу-етештереү лабораторияһын, генетика һәм эмбриология өлкәһендәге алдынғы технологиялар үҙәген ҡарап сыҡты һәм агросәнәғәт комплексын кадрҙар менән тәьмин итеү мәсьәләһе буйынса “Ауыл сәғәте”н үткәрҙе.
– Үҙебеҙҙе ауыл биләмәләренең үҫеше өсөн яуаплы тип иҫәпләйбеҙ, – тине университет ректоры Илдар Ғәбитов. – Ауылда кәрәкле йүнәлештәр буйынса белгестәр әҙерләйбеҙ. Беҙҙең университет иң элек төбәктәге бурыстарҙы һәм ихтыяжды иҫәпкә алып эш итә. Хеҙмәт баҙарын, ниндәй һөнәрҙәр кәрәклеген даими күҙәтеп барабыҙ. БДАУ – ведомство вузы булғанға күрә, кадрҙарҙы бүлеү йәһәтенән Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығы менән хеҙмәттәшлек итәбеҙ.
Аҙыҡ-түлек технологиялары факультетында Башҡортостан Башлығы һөт сеймалы һәм аҙыҡ-түлек сифатын баһалау буйынса уҡытыу-етештереү лабораторияһын, ит ризыҡтары етештереү цехын, WorldSkills стандарты буйынса ойошторолған ашнаҡсы эше лабораторияһын ҡарап сыҡты. Бында төрлө ашамлыҡтар әҙерләү технологияһын һәм рецептураларҙы өйрәнәләр. Илдар Ғәбитов әйтеүенсә, факультет мәктәп ашханалары өсөн ҡулай меню төҙөүҙә лә ҡатнаша, дөйөм туҡланыу, ярымфабрикаттар етештереү өлкәһендәге эшҡыуарҙар менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итә.
Донъя кимәлендәге Евразия ғилми-белем биреү үҙәге сиктәрендә “Таврос” компаниялар төркөмөнөң финанс ярҙамы менән аграр университетта генетика һәм эмбриология өлкәһендәге алдынғы технологиялар үҙәге эшләй башлаған.
– Был үҙәктә беҙ юғары генетик ҡеүәткә эйә булған, урындағы шарттарға яраҡлаштырылған һөт йүнәлешендәге малдың элиталы тоҡомо эмбриондарын (шул иҫәптән клонлау алымын ҡулланып) сериялы етештереү менән шөғөлләнәбеҙ, – тине Башҡортостан ит компанияһының генераль директоры Ринат Зәйнуллин.
Уның әйтеүенсә, элек Рәсәйҙә бындай үҙәктәр бик аҙ ине, шул уҡ ваҡытта уларҙың иң ҙуры ит йүнәлешенә ҡоролғайны. Проект уңышҡа өлгәшкән осраҡта Башҡортостан илдә һөт малсылығы өсөн эмбриондар етештереү буйынса иң ҙур үҙәккә әүереләсәк. 2025 йылға сәнәғәт ҡеүәтен йылына 20 мең эмбрионға еткереү, шулай уҡ йылҡысылыҡ һәм ҡуй малы өлкәһендә лә ошондай уҡ тикшеренеүҙәр менән шөғөлләнеү планлаштырыла.
Инженерлыҡ факультеты корпусында Радий Хәбиров машина-трактор паркы, тракторҙарҙы, автомобилдәрҙе техник эксплуатациялау һәм һынау лабораторияларында булды. Бында студенттар ауыл хужалығы машиналарын өйрәнә. Лабораториялар базаһында “Йәш профессионалдар” төбәк чемпионаттары нигеҙендәге ярыштар уҙғарыла.
Умартасылыҡ һәм зоология лабораторияһында республика Башлығын Бөрйән бал ҡортон һаҡлап ҡалыу өлкәһендәге ғилми ҡаҙаныштар, сәнәғәт умартасылығының перспективалы алымдары менән таныштырҙылар. Бында донъяла беренсе булып умарта тормошон ойоштороу буйынса уникаль тикшеренеүҙәр үткәрелә. Был турала киләһе йыл Башҡортостанда уҙғарылған “Апимондия” халыҡ-ара умартасылыҡ конгресында һөйләмәкселәр.
Радий Хәбиров шулай уҡ ветеринария клиникаһын һәм диагностика үҙәген ҡарап сыҡты.
– Башҡорт дәүләт аграр университеты – беҙҙең ғорурлығыбыҙ, республика агросәнәғәт комплексының төп партнерҙарының береһе һәм Рәсәй Федерацияһында ошо тармаҡта белем биреү флагманы, – тине республика Башлығы. – Вуздың данлы тарихы бар. Бында тәжрибәле уҡытыусылар эшләй, матди-техник база бик яҡшы. Юғары квалификациялы кадрҙар әҙерләү өсөн бөтә шарттар бар.
Мәғлүм булыуынса, Башҡортостан Башлығы Рәсәй ауыл хужалығы министры урынбаҫары Максим Увайдов менән осрашыуҙа агросәнәғәт комплексы өсөн кадрҙар әҙерләү мәсьәләһен тикшергәйне. Федераль министрлыҡ етәксеһе урынбаҫары әйтеүенсә, аграр университетты тамамлағандарға тармаҡта ихтыяж ҙур. Шуға күрә министрлыҡ вузға өҫтәмә аҡса бүлергә һәм бюджет урындары һанын арттырырға ниәтләй.
Фото: glavarb.ru/rus/press_serv/novosti/140868.html
Читайте нас