“Торатау” конгресс-холындағы “Юғары ос!” III мәктәп мәғарифы форумында район һәм ҡала хакимиәттәренең мәғариф бүлеге начальниктары, мәғариф ойошмалары директорҙары, уҡытыусылар, ата-әсәләр һәм башҡа саҡырылған ҡунаҡтар ҡатнашты. Был форум быйыл өсөнсө йыл рәттән ил күләмендә тормошҡа ашырылған “Мәғариф” милли проекты ҡуйған бурыстарға ярашлы уҙғарылды. Фойела бай йөкмәткеле күргәҙмә, заманса белем биреүгә булышлыҡ иткән проекттар менән таныштырыу ойошторолдо.
Форумды Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров асты. Ул тәүҙә бер төркөм хеҙмәт алдынғыларына – үҙ эшенең оҫтаһы булып танылған уҡытыусыларға Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһын һәм “Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы” тигән маҡтаулы награда тапшырҙы.
Артабан Радий Фәрит улы республика мәғарифының бөгөнгө торошона, тармаҡтың хәл итәһе мәсьәләләренә, был өлкәлә башҡарыласаҡ эштәргә һәм проекттарға ентекле туҡталды. Ул теүәл бер йыл элек башланған дистанцияла уҡытыу осорон лайыҡлы үтеүгә булышлыҡ иткән өсөн бөтә уҡытыусылар йәмғиәтенә ҙур рәхмәт белдерҙе. Республикала дистанцияла уҡытыу алымына барлыҡ уҡыусыларҙың 87 процентын йәлеп итеүгә өлгәшелгән. Яҡын арала ҡалған 300-ҙән ашыу мәктәптең барыһы ла юғары тиҙлекле интернетҡа тоташтырыласаҡ, тине төбәк Башлығы.
Радий Хәбиров быйылғы форумдың төп темаһы тип уҡытыу сифатын күтәреүҙе атаны. Был йәһәттән Берҙәм дәүләт имтихандарын ойоштороу, Мәскәү кеүек ҙур ҡалаларҙағы белем биреү үҙәктәренең эш тәжрибәһен уртаҡлашыу, шул уҡ ваҡытта халыҡ уҡытыусыһы булып танылған Лиза Әғәҙуллина кеүек бөйөк остаздарҙың тәрбиә һәм белем биреү алымдарын өйрәнеү зарурлығына ла баҫым яһаны.
Шулай уҡ сығышта белем биреү усаҡтарының матди хәлен яҡшыртыу, яңы мәктәптәр төҙөү, “Мәғариф” милли проекты ҡуйған бурыстарҙы тормошҡа ашырыу тураһында ла әйтелде. Әлбиттә, был йәһәттән маҡсатҡа ярашлы эштәр алып барыла, һөҙөмтәләр ҙә яҡшы ғына. Мәҫәлән, “Үҫеш нөктәләре”н асыу йәһәтенән республикабыҙ Рәсәйҙә иң алдынғы субъект һанала.
Радий Фәрит улы үҙенең сығышында мәғариф тармағында иң мөһим ролде уйнаған кешеләр – уҡыусылар һәм уҡытыусылар тураһында ла айырып әйтеп үтте. Һүҙ башлыса балаларҙың рухи һәм физик сәләмәтлеге, тәрбиә алымдары, бының өсөн шарттар булдырыу – спорт секцияларының һәм түңәрәктәрҙең эшен киңерәк йәйелдереү, мәктәп стоматология кабинеттарының эшмәкәрлеген камиллаштырыу тураһында барҙы. Республика Башлығы ведомство етәкселегенә һәм тейешле органдарға уҡытыусыларҙы социаль яҡлау сараларын барлау, кәрәкһә, яңыларын булдырыу, уҡытыусыларҙы артыҡ ҡағыҙ эшенән арындырыу алымдарын эҙләү, форумда ошолар хаҡында ла һөйләшеп, яңы тәҡдимдәр менән сығыуҙарын теләне.
Сараның икенсе өлөшөндә ҡорҙа ҡатнашыусылар майҙансыҡтарға бүленеп, мәғариф тармағына ҡағылышлы көнүҙәк мәсьәләләр буйынса фекер алышты, тәҡдимдәрен еткерҙе. Артабан дискуссия майҙансыҡтарында эшләүселәр һөйләшеүгә йомғаҡ яһап, әлеге тәҡдимдәре менән йомғаҡлау өлөшөнә йыйылды.
Пленар өлөштөң модераторы – республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Азат Бадранов ил Президенты Владимир Путиндың башланғысы менән тормошҡа ашырылған “Мәғариф” милли проектының төп асылына – белем биреү сифатын күтәреү мәсьәләһенә туҡталды.
Форумда ҡатнашыусыларға Федерация Советының Фән, мәғариф һәм мәҙәниәт буйынса комитеты рәйесе Лилиә Ғүмәрова тәбрик һүҙен еткерҙе.
– Бөгөн уҡытыусыларҙы борсоған һорауҙар бик күп: эш хаҡы күләменән алып һөнәри оҫталыҡты арттырыуға тиклем. Уҡыу процесын һанлаштырыуға бәйле ихтыяж арта барған заманда һөнәри оҫталыҡты камиллаштырыу көнүҙәк мәсьәлә булып ҡала, – тип билдәләне Лилиә Ғүмәрова. – Тағы ла бер мөһим мәсьәлә – балаларға өҫтәмә белем биреү. Уҡыусының һәләтен асыу өсөн уға түңәрәктәр һәм секциялар сифатында файҙалы альтернатива тәҡдим итергә тейешбеҙ.
БР мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин Белем сифатын баһалауҙың төбәк системаһын үҫтереү буйынса тәҡдимде еткерҙе, ул уҡытыусыларға ла, ата-әсәләргә лә ҙур ярҙамсы буласаҡ, тип билдәләне.
– Һанлы майҙансыҡ баланың өлгәше, именлеге һәм туҡланыу сифаты тураһында әңгәмәләшеү, фекер алышыу урыны буласаҡ. Ул шулай уҡ уҡыусыла һөнәри оҫталыҡ булдырыу йәһәтенән тәҡдимдәр алыуға ла мөмкинлек тыуҙыра, – тине ул.
Мәғариф һәм фән министры “Селтәр мәктәбе” проекты тураһында ла һөйләне. Был проект мәғариф усаҡтары базаһында 30 алдынғы белем биреү майҙансығы булдырыуҙы, уларҙы көслө педагогик кадрҙар менән тәьмин итеүҙе күҙ уңында тота. Башҡа мәктәптәр ошо майҙансыҡтарҙың иғтибар үҙәгендә буласаҡ.
– Һанлы мөхит ҡулланыусылар өсөн мауыҡтырғыс булырға тейеш. Был йәһәттән селтәр мәктәптәре булдырыу бик урынлы буласаҡ. Әйткәндәй, беҙ аҙ комплектланған мәктәптәрҙе уйламайынса ябыуҙы туҡтаттыҡ. Һәр осраҡты мин шәхсән рәүештә үҙем ҡарайым һәм төпкөл ауылдар балаларына ла белем биреүҙе уңайлы итеү өсөн варианттар табабыҙ.
Форумда уҡыусыларҙың физик һәм рухи сәләмәтлегенә лә ҙур иғтибар бүленде. Әлеге ваҡытта мәктәптәрҙә 60 стоматология бүлмәһе эшләй, 2024 йылға уларҙың һаны 57-гә артасаҡ, тип күҙаллана.
– 1 сентябрҙән мәктәп стоматология кабинеттарында уҡытыусыларҙы ла дауалай башларға тәҡдим итәбеҙ, – тип белдерҙе төбәк Башлығы.
Салауат ҡалаһындағы 21-се мәктәп директоры Ольга Урванцева Республика математик лицей-интернатын асыу идеяһын күтәрҙе. Был башланғыс республика Башлығы тарафынан да хуплау тапты.
Күгәрсен районының Мораҡ ауылындағы 1-се мәктәп уҡытыусыһы Венера Ташбулатова педагогтарҙың белемен камиллаштырыу һәм сит өлкәләргә тәжрибә уртаҡлашырға йөрөү зарурлығын билдәләне.
Форумдың пленар дискуссияһын тамамлап, Рәсәй Мәғариф министрлығы эксперты Александр Милкус Өфөлә, Стәрлетамаҡта һәм Нефтекамала инженер-техник йүнәлеш һайларға теләгән уҡыусылар өсөн махсус IT-кластар асыу башланғысын тәҡдим итте.
– Был осраҡта, йәштәр мәктәптән һуң тыуған республикаһын ташлап китмәһен өсөн, уларҙы IX кластан уҡ Башҡортостан предприятиеларында хеҙмәткә йәлеп итеү юлдарын ҡарарға кәрәк, – тип билдәләне ул.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров был тәҡдимде “яҡшы идея” тип баһаланы. Форумда ҡатнашыусылар киләһе – дүртенсе форумда балаларға өҫтәмә белем биреүҙе сифатлыраҡ итеүҙе төп тема итеп алырға тәҡдим итте.