Белем һәм тәрбиә
14 Апрель 2021, 12:15

Яр Саллыла башҡорт теле уҡытыла башлаясаҡ

11-се урта дөйөм белем биреү мәктәбенең һайланыуы осраҡлы түгел. Тап бында 2004-2010 йылдарҙа башҡорт теле класы эшләп килгән.

Татарстан Республикаһының Яр Саллы ҡалаһында башҡорт телен өйрәнеү яңы кимәлгә күтәрелде – унда йәкшәмбе мәктәбе асылды.
Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министрлығы делегацияһы Яр Саллыға башҡорт телен, мәҙәниәтен, тарихын һаҡлау һәм үҫтереүгә булышлыҡ итеү маҡсаты менән сәфәр ҡылды. Эш барышында улар Яр Саллының 11-се урта дөйөм белем биреү мәктәбе базаһында “Башҡорт теле – башҡорт иле” йәкшәмбе мәктәбен асыуға арналған тантанала ҡатнашты.
11-се мәктәптең һайланыуы осраҡлы түгел: тап бында 2004 йылдан алып 2010 йылға тиклем башҡорт кластары эшләп килгән. Белем усағынан алыҫ түгел “Шишмә” халыҡтар дуҫлығы йорто ла урынлашҡан, унда башҡорт халҡының мәҙәниәтен, тарихын өйрәнеү буйынса йәкшәмбе мәктәбе ойошторолған.
Яр Саллыла асылған башҡорт йәкшәмбе мәктәбендә телде өйрәтеү менән бер рәттән квалификация камиллаштырыу курстары, методик семинарҙарҙы бойомға ашырыласаҡ, бында башҡорт телен, мәҙәниәтен өйрәтеү менән ҡыҙыҡһынған уҡытыусылар тәжрибә уртаҡлашасаҡ.
Башҡорттар күпләп йәшәгән башҡа төбәктәрҙә йәкшәмбе мәктәптәрен асыу проекты менән Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернаты шөғөлләнә. Уларҙың был проекты Башҡортостан Башлығының туған телдәрҙе һаҡлау, үҫтереүҙе бойомға ашырыуға йүнәлтелгән грантына эйә булды.
Фото асыҡ сығанаҡтарҙан.
Читайте нас