Татарстандың Яр Саллы ҡалаһында башҡорт йәкшәмбе мәкәбе асылыуы хаҡында хәбәр итеп үткәйнек. Был проект Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт гимназия-интернаты тарафынан Башҡортостан Башлығы грантына бойомға ашырылып, милләттәштәребеҙ күпләп йәшәгән Рәсәй төбәктәрендә башҡорт телен өйрәнеү мөмкинлеген булдыра.
Башҡортостандың мәғариф һәм фән министры урынбаҫары Әлфиә Ғәлиева башҡорт йәкшәмбе мәктәбе асылған Яр Саллы 11-се урта дөйөм белем биреү мәктәбендә алты йыл рәттән башҡорт теле уҡытылып килеүен, яҡында урынлашҡан Халыҡтар дуҫлығы йортонда Яр Саллыла йәшәгән башҡорттарҙың туған мәҙәниәтен өйрәнеүен билдәләп үтте.
“Бөгөн беҙ ошо йүнәлешкә яңы һулыш, яңы дәрт индереү өсөн йыйылғанбыҙ. Татарстанда быйыл Туған телдәр йылының иғлан ителеүе был сараға мәртәбә генә өҫтәй”, - тине ул.
Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт гимназия-интернаты директоры урынбаҫары Азамат Шәмсетдинов йәкшәмбе мәктәптәренең эшмәкәрлеге хаҡында һөйләне:
“Дөйөм алғанда, башҡорттар күпләп йәшәгән төбәктәрҙә туғыҙ йәкшәмбе мәктәбе асылыу ҡаралған. Унда башҡорт мәҙәниәте, атап әйткәндә, йолалар, ғөрөф-ғәҙәттәр, бейеү, йырҙар ҙа өйрәнеләсәк, балалар башҡорт тарихы менән яҡындан танышасаҡ. Йәкшәмбе мәктәбендә уҡытыу эштәрен урындағы уҡытыусылар алып бара. Улар махсус курстар үткән. Бейеү, йыр, ҡурай түңәрәктәренә килгәндә, бында Башҡортостандан белгестәр йәлеп итәбеҙ, улар ошо төбәктәргә барып оҫталыҡ дәрестәре үткәрә”.
Фото: БР мәғариф һәм фән министрлығы.