Өфөлә “Берҙәм Рәсәй"ҙең йәш гвардияһы” әүҙемселәре “Добро на книжной полке” акцияһына ярашлы 2 500 балалар китабы йыйҙы.
Сара 2 апрелдә - Бөтә донъя балалар китабы көнөндә старт алғайны. Бының өсөн Өфө ҡалаһының төрлө урындарына махсус кәрзиндәр ҡуйылды. Теләгән һәр кем китаптарҙың иҫкеһен дә, яңыһын да ошонда килтереп һалды.
Башҡортостандағы “Берҙәм Рәсәй"ҙең йәш гвардияһы” етәксеһе Оскар Лютов һөйләүенсә, ҡайһы бер учреждениелар китап өсөн кәштә яһауҙы үтенгән, уларҙың һорауы буйынса стеллаждар эшләнгән. Был акцияны “Берҙәм Рәсәй”ҙең үҙәк башҡарма комитеты етәксеһе Наталья Орлова хуплаған.
Фото: "Берҙәм Рәсәйҙең йәш гвардияһы".